Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Апрель 2022, 14:25

Яҡташлыҡ көсө – рух ныҡлығы

Бөгөн Өфөлә, «Торатау» Конгресс-холында «Яҡташлыҡ көсө» форумы үтә. Сараның төп маҡсаты  –  тыуған ерен яратҡан кешеләрҙе, республикабыҙҙа тыуып үҫкән күренекле шәхестәрҙе берләштереү, уларға аралашыу-танышыу мөмкинлеге биреү.

Яҡташлыҡ көсө – рух ныҡлығы
Яҡташлыҡ көсө – рух ныҡлығы

Бөгөн Өфөлә, «Торатау» Конгресс-холында «Яҡташлыҡ көсө» форумы үтә. Сараның төп маҡсаты  –  тыуған ерен яратҡан кешеләрҙе, республикабыҙҙа тыуып үҫкән күренекле шәхестәрҙе берләштереү, уларға аралашыу-танышыу мөмкинлеге биреү.

Сара барышында төрлө түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия майҙансыҡтары ойошторола.  Сараның пленар өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән осрашыу үтәсәк.

Әйткәндәй, 30 апрель көндө республикала Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө билдәләнә, был - оҙайлы ялдарҙың башы һәм «Яҡташлыҡ көсө» форумында ҡатнашҡан  кешеләр үҙҙәренең тыуған райондарына, ҡалаларына барасаҡ, унда форумдың район этаптарын үткәрәсәк.

Мәғлүм булыуынса,  «Атайсал - кесе Ватан» проекты 2021 йылдың мартында тормошҡа ашырыла башланы.  Бер йыл эсендә порталда ике меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Әлеге ваҡытта биш мең ярымға яҡын изге эш тормошҡа ашырылған, Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары үҫешенә 570 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Проект республика Башлығының башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла һәм төп бурысы  –  тыуған ерен яратҡан һәм уға файҙа килтерергә теләгән кешеләрҙе берләштереү.  Аныҡлабыраҡ әйткәндә, ауылына, мәктәбенә, ҡалаһына, китапханаһына, спорт секцияһына һәм  башҡа йүнәлештәр буйынса ярҙам итергә теләүселәрҙе урындағы хакимиәт, мәғариф, медицина һәм башҡа учреждение етәкселәре менән бәйләнешкә индереү, танытырыу, хеҙмәттәшлек ептәре булдырыу мөмкинлеге ул.

Форумдың программаһы «Яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре» видеосалонынан башланды, унда «Атайсал» порталының тормошҡа ашырылған проекттары тураһында сюжеттар күрһәтелә. «Һеҙ ҡайҙан? Яҡташтарҙы эҙләйбеҙ!» флешмобы иһә форумда ҡатнашыусылар арһында яҡташтарҙы эҙләүгә йүнәлтеләгән. Бында ла кешеләр күп: төрлө тарафтарҙан килгәндәр таныша, аралаша, фотоға төшә.

 Сара сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында кесе ватанға ярҙам итеү идеяһын тормошҡа ашырыу буйынса «Атайсал. Беҙҙекеләр!» телевизион бәйгеһе лә иғлан ителде.  Бында, шулай уҡ, республика оҫталарының,  художество мәктәптәре һүрәттәре конкурсы еңеүселәренең, «Башҡортостан продукты» проекты дипломанттарының күргәҙмәһе эшләй.

Конгресс-холдың ҙур залында  «Илһамландырыу өсөн тыуғандар» панель секцияһы эшләне, унда республика һәм муниципаль етәкселек вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ижади интеллигенцияның күренекле вәкилдәре ҡатнашты.  Был сецияның эшмәкәрлеге «Бәйләнештә» социаль селтәрендә тура эфирҙа күрһәтелде. Видеобәйләнешкә донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән күренекле яҡташтар ҙа сыҡты. Улар араһында билдәле опера йырсыһы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов та бар.

 – Тыуған яғым менән бәйләнеш  минең өсөн һәр саҡ ҙур әһәмиәткә эйә булды. Бында тыуып үҫтем, шәхес һәм артист булараҡ үҫештем һәм шулай уҡ, тыуған республикамда  бер нисә йыл рәттән  йәш опера таланттарына ярҙам итеүсе фестивалде ҙур уңыш менән уҙғарабыҙ. Ошо башланғыстың республика етәкселегендә хуплау табыуына һәм халыҡтың күңелендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуына бик шатмын, - тип билдәләне  Илдар Абдразаҡов.

Шулай уҡ форумда ҡатнашыусыларҙы Лондондағы  Ковент-Гарден Король театры солисы Айгөл Әхмәтшина сәләмләне. Ул Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуып үҫкән.

 – Ижад юлын башҡорт халыҡ йырҙарынан башланым, улар миңә ҡанат һәм моңдо тойоу-аңлау мөмикнлеге бирҙе. Тыуған яғыбыҙ, халҡыбыҙ менән ғорурланырға нигеҙ бар!, - тине Айгөл.

Шулай уҡ бөгөн форум сиктәрендә «Атайсал»  бөгөн һәм проектты үҫтереү перспективалары», «Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн гранттар - биләмәләрҙе үҫтереү драйверы», «Йәштәр яҡташлыҡ берләшмәләре: трендтарға яңыса ҡараш» һәм башҡа майҙансыҡтар эшләне.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Яҡташлыҡ көсө – рух ныҡлығы
Яҡташлыҡ көсө – рух ныҡлығы
Автор:
Читайте нас: