Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Апрель 2022, 15:29

Тыуып-үҫкән ауылдарға ярҙам

"Атайсал" программаһы буйынса Түбәнге Ҡарыш ауыл биләмәһендә бихисап изге эштәр башҡарыла.

Киҙгәнбаш ауылында бер нисә йыл рәттән Ижау ҡалаһында йәшәүсе Фларид Фәйрушин ойошторған “Дуҫлыҡ байрамдары”нда башҡорт-татар эстрадаһының билдәле артистары сығыш яһаны, тирә-яҡ ауыл, райондар халҡын йыйған сараларҙа Фларид Зөфәр улы тыуған ерендә хеҙмәт һалған ауылдаштарын хөрмәтләп бүләкләне. Бынан тыш, ауылға юлды төҙөкләндерҙе, туғандар ҡәберлегенә стела урынлаштырҙы, Киҙгәнбаш һәм Насарҙа клуб биналарын ремонтлауға матди ярҙам күрһәтте. Киҙгәнбаш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәйкәл төҙөүселәр — Хәлимулла Хажиев һәм уның ғаиләһе. Тыуған ауылындағы быуа буйын төҙөкләндереүсе — Равил Гәрәев. 2018 йылда Еләҙекүл ауылында аталы-уллы Рәүис һәм Марсель Баһауетдиновтар һәйкәл төҙөтөп, һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштарының исемен мәңгеләштерҙе. Ошо ауылдан Наил Мәрҙәнов йыраҡ Себер яҡтарынан ҡайтып, биләмәлә йәшәүселәргә артистар ҡатнашлығында күңелле һабантуйҙар ойоштора. Насар ауылынан әүҙем кеше Рәфҡәт Әүхәтов һәйкәл төҙөүҙе башлап йөрөнө, әлеге ваҡытта мәсет бинаһын төҙөкләндереүҙең уртаһында ҡайнай. Рәфҡәт ағайҙың улы Фәрхәт клубҡа бүләккә теннис өҫтәле алып ҡайтып урынлаштырҙы. Ауылдың билдәле шәхесе, әҙәбиәт белгесе Рәйеф Әмиров клубта әҙәбиәтселәр, яҙыусылар һәм тарихсылар музейы асты. Түбәнге Ҡарыш ауылы егете Ринат Ғәлимов иҫ киткес матур мәсет бинаһы төҙөп, тыуған еренә иман нуры ҡайтарҙы. Рәфис Шәйхәйҙәров тыуған ауылы Суртанлыкүлдә элекке мәктәп бинаһында музей асып, материалдар туплай. Был шәхестең китаптар сығарып та яҡташтарының исемен мәңгеләштереүҙә һалған көсө ҙур. Үткән йәй Анновка ауылында йәшәүселәр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойошторҙо. Һәр береһе сараны үткәреүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Төп иғәнәсе — Мәскәүҙә йәшәүсе Фидан Шәрипов. Ул Түбәнге Ҡарыш мәҙәниәт йортона ла ярҙам ҡулы һуҙа.
Түбәнге Ҡарыш ауыл биләмәһендә тыуған ауылдары яҙмышына битараф булмаған шәхестәр исемлеге был мәҡәләлә тулы түгел әле. Күп улар — күңелдәре менән тыуған тупраҡтан айырылмаған игелекле кешеләр.

Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: