Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Ноябрь 2021, 16:05

Быуаттар буйы торасаҡ күпер асылды

Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы күперҙе асыу тантанаһын өфөләр ҙә, ҡунаҡтар ҙа күптән көтә ине. Шуға ла ике яҡтан да машиналарҙың сигнал биреп үтеүен ҡыуаныс һәм рәхмәт билдәһе тип ҡабул итте төҙөүселәр.

Быуаттар буйы торасаҡ күпер асылды
Быуаттар буйы торасаҡ күпер асылды

Күперҙе сафҡа индереү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Күперҙе төҙөүгә 3,43 миллиард һум аҡса сарыф ителгән. Шуларҙың 1,9 миллиарды федераль ҡаҙнанан, 1,4 миллиарды республика ҡаҙнаһынан һәм 100 миллион һумы ҡала ҡаҙнаһынан бүленгән.  Күперҙең оҙонлоғо 688,8 метр тәшкил итә, уның тәүге ташы 2019 йылдың 8 июлендә һалынғайны.


Бөгөн Өфө – Аэропорт юлынан баш ҡалаға ингән автотранспорттың 49 проценты үтә, был тәүлегенә яҡынса 161 мең автомобиль тәшкил итә. Юл 8 полоса булһа ла, иртән-кисен тығындар барлыҡҡа килә. Элекке күпер заман һынауҙарын үтә алмай, машиналар күп, күпер туҙған. Шуға был юлда яңыһын төҙөү көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәлә ине.

Тантаналы сарала иһә төп геройҙар – күперҙе төҙөүселәр булды. Радий Хәбиров ҡотлау телмәрен дә уларҙы тәбрикләүҙән башланы.

  • Бөгөн Өфө өсөн генә түгел, бөтә республика өсөн ҡыуаныслы ваҡиға – яңы төҙөлгән күпер файҙаланыуға тапшырыла. Өфөнән сығыу өсөн әле файҙаланылған күпер 1956 йылда төҙөлгән һәм заман талаптарына яуап бирмәй, уны ошо көндәрҙә төҙөкләндереүгә ябасаҡбыҙ.
    Төҙөүсләргә рәхмәт! Улар алдына техник яҡтан бик ауыр бурыс ҡуйылды. Ике яҡтан да күперҙәрҙе япмайынса эште дауам итеү еңелдән булманы. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, эште ваҡытында тамамланылар.
    Күперҙе төҙөү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендәге юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу программаһына ярашлы атҡарылды, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡыуанысын йәшермәй, был күперҙең ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына иң ҙур бүләк булыуын билдәләне.

  • Өфө ҡалаһының ҡапҡаһы булған был районға быйыл күп көс һалынды. “Дуҫлыҡ монументы” эргәһендә йәйәүлеләр өсөн уңайлы йәйәүлеләр үткәүеле асылды, Зәки Вәлиди урамы буйлап юл яңыртылды, Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге айырса һәм күпер эшләнде. Быларҙың барыһы ла Радий Фәрит улы һеҙҙең ныҡышмалылыҡ арҡаһында ғына тормошҡа ашҡан проекттар, - тине Сергей Греков.

Күперҙе төҙөүҙә ҡатнашҡан бер төркөм эш алдынғыларына Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

Бүләкләнеүселәр араһында “Уралмосттрой” акционерҙар йәмғиәтенең “Мостотряд №30” филиалының оҫтаһы, бригадир Марат Фәттәховтың булыуы ҡыуаныслы. Марат Мәсәғүт улы 11 йылдан ашыу күперҙәр төҙөү менән шөғөлләнә.

  • Был күпер быуаттар буйы торасаҡ. Күршеһендәге 1956 йылда төҙөлгән менән уны сағыштырып та булмай, сөнки хәҙер заманса ҡоролмалар, тимерҙең, ғөмүмән, төҙөлөш ҡорамалдарының сифаты ла икенсе. Артабан беҙ тап ошо күрше күперҙе төҙөүҙә ҡатнашасаҡбыҙ. Минең өсөн иһә был яңы күпер 11-сеһе. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы, ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге бар. Әле Башҡортостан Башлығы Өфө тирәләй тағы бер нисә күпер һалынасаҡ тип белдерҙе. Был беҙҙең өсөн ҡыуаныс. Тимәк, эшле буласаҡбыҙ.

Ауыр конструкциялар менән эш итергә тура килде. Минең бригадамда 10 – 15 кеше эшләне. Ялһыҙ, алмашлап эшләнек. Төҙөлөш туҡтаманы. Беҙҙең монтажсылар балкалар күтәрҙе, бер балкаға 800 болт борҙоҡ. Күперҙең асылыуы, унан машиналар үткәреү беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ, - ти Марат Фәттәхов.

Марат Фәттәховтың йәш хеҙмәттәше Ришат Ҡасымов та монтажлау буйынса оҫта. Уның да бригадаһында 10-15 кеше эшләй.

  • Күперҙе ете терәүгә ҡуйҙыҡ. Алһыҙ-ялһыҙ атҡарылған эш һөҙөмтәһе. Монтажлау һәм иретеп йәбештереү эштәре күп ваҡытты алды. Күперҙең ике яҡ осонда 260 тонналыҡ крандар ҡуйылды. Уларҙың хеҙмәтен дә баһалап китке килә, сөнки тығыҙ арауыҡта ҙур конструкцияларҙы күтәреү айырым оҫталыҡ талап итә. Күперҙәр араһы яҡын булғас эшләүе лә еңелдән булманы. Шулай ҙа, ауырлыҡтарға ҡарамай, был эште атҡарып сыға алдыҡ. Эшебеҙ менән ҡорурланам. Был мин төҙөгән бишенсе күпер! – ти Ришат Ҡасымов.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Динар Кәлимуллин фотолары.

Быуаттар буйы торасаҡ күпер асылды
Быуаттар буйы торасаҡ күпер асылды
Автор:
Читайте нас: