Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Октябрь 2021, 10:00

Бындай атайҙарҙың балалары арҡалы

Рәмил Зарипов — хәстәрлекле ғаилә башлығы, уңышлы фермер һәм хөрмәтле имам-хатип та Борай районы.

Бындай атайҙарҙың балалары арҡалы
Бындай атайҙарҙың балалары арҡалы

Тыуған ауылы урамдары буйлап бер ир-егет атлай. Аҙымы ныҡлы, күҙ ҡарашы ауыл ситенә, баҫыуҙарға төбәлгән. Тыуған-үҫкән ерен табаны менән тоя торған кеше икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Уның әле баҫыуҙы ла ҡарап ҡайтаһы, мал аҙбарына ла һуғылаһы, магазиндарға һатыуға оҙатыласаҡ продукцияға ла күҙ ташлаһы, мәсеттәге эштәрен дә барлайһы бар. Иң беренсе, бала сағы наҙын һаҡлаған тыуған йортҡа инеп, атаһы менән кәңәшләшеп сығырға кәрәк.

Рәмил үҫкән йортта шулай ҡабул ителгән: барлыҡ эште лә ғаиләлә бергәләшеп хәл итергә күнегелгән. Бындай “ғаилә советтары” ул бәләкәй саҡта ла гөрләп эшләй ине. Хәтерендә, өләсәһе теге йәки был эште башлар алдынан ғөрөф-ғәҙәт буйынсамы, әллә шулай тейеш булғанғамы: “Балалар, Аллаһҡа тапшырҙыҡ”, — тип әйтә торғайны. Шунда уҡ: “Эшегеҙҙе бисмилланан башлағыҙ”, — тип тә өҫтәй ине. Дөрөҫ өйрәткән бит өләсәһе. Атаһы ла, әсәһе лә шулай тейеш икәнлеген белгән. Быуындар бәйләнешенең ныҡлығын үҙенең ғаиләһендә лә булдыра алһам ине, тигән уйҙар Рәмилдең дә башына инеп сыға. Булдырыр, ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит ололар.
Яңы Йәлдәк ауылының күркәм парҙарының береһе булған Йәүһәриә һәм Әхләф Зариповтарҙың беренсе шатлығы, беренсе бәхете булып донъяға килгән Рәмил тормошон тыуған ауылынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай шул. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ үҙенең атаһының алмашсыһы булғанын белеп үҫә. Рәмил юғары белемде юридик институтта алған сағында атаһы тыуған ауылында фермерлыҡ эшен башлап ебәрә. Бер ни тиклем майҙанда ер алып, һарыҡтар, аттар үрсетеү эшен башлаған атаһының уң ҡулы буласағын аңлаған Рәмил, уҡыуын ситтән тороп дауам итеп, башы-аяғы менән ошо эшкә сума. Улының үҙ ҡулдары менән ер эшкәртеп, ҡайҙандыр килеүен көтөп ултырмайынса, үҙ тырышлығы менән мал табырға ынтылышын күргән ата-әсәһе лә рәхәтлек, ҡәнәғәтлек менән ҡабул итә быны.
Ул йылдарҙан һуң байтаҡ ҡына ваҡыт үткән инде. Ҡасандыр атаһына ярҙамсы булған улына бөгөн атай кеше эшен риза булып тапшырған. Инде Рәмил Зарипов — үҙе фермер. Уның гектарлаған майҙанда ере, һыйырҙары, аттары, һарыҡтары, шул үҙҙәре ҡараған мал итенән ярым фабрикаттар яһай торған цехы, магазиндары бар. Быларҙың һәммәһенә ул хужа булһа ла, бер генә эш тә “ғаилә советы”нда уртаға һалып уйланылмайынса башҡарылмай.
Фермерлыҡ эшен башҡарыу менән бер рәттән мәҙрәсәлә белем алған Рәмил Зарипов, тыуған ауылы Яңы Йәлдәк мәсетендә имам-хатип. Ауылдаштарына иман нуры өләшеп, дини ҡанундарҙы үтәп тә ихтирам ҡаҙанған ул.
“Атаһынан күргән — уҡ юнған” мәҡәле был ғаилә тураһында әйтелгән тиерһең. Ә атаһы Әхләф Сәйетзада улы балаларына өлгө булырлыҡ атай кеше. Уның өлкәнәйгән әсәһенә, ғүмер иткән тормош иптәшенә, балаларына булған мөнәсәбәтен бәләкәйҙән күреп үҫкән Рәмил үҙе лә ҡатыны Ләйсән һәм балалары өсөн йомшаҡ күңелле ир, атай булырға тырыша. Әле беренсе класта ғына уҡыған Сәйед, балалар баҡсаһына йөрөгән Йәсминә, әсәһе ҡосағында иркәләнгән кес кенә Асель өсөн атай шатлығы тойоп йәшәй ул. Киләсәктә ғорурланыр әле балалары менән. Үҙе лә бәләкәйҙән нәҫел-ырыуын белеп, ғаилә шәжәрәһендәге урынын аңлап үҫкән Рәмил Әхләф улы балаларына ла ошо ата-баба, нәҫел-нәсәп, туғанлыҡ төшөнсәләрен аңлатып үҫтерергә тырыша. Зариповтарҙың төҙөлгән шәжәрәләре лә бар, бары тик уны тулыландырып, дауам итеп торорға кәрәк. Районда уҙған Елдәк ырыуы йыйынында улар шәжәрәләрен күрһәтеп, бына тигән итеп сығыш яһағайны.
— Нәҫелде белеү — балаларыңа, телеңә хөрмәт ул, — ти Рәмил Зарипов.
Уның хөрмәт итә белеү сифаты ата-әсәһенә, ғаиләһенә, туғандарына булған мөнәсәбәтендә лә, тыуған еренә, эшенә ҡарашында ла, тормош тигән һынауҙы аяғында ныҡ баҫып үтеүендә лә күренеп тора. Бындай атайҙың балалары ата-бабанан ҡалған “Атайлы бала — арҡалы бала” тигән халыҡ әйтемендәгесә арҡалы үҫә. Тимәк, Зариповтар нәҫеленең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа.

Авторы: Венера Арысланова.

Бындай атайҙарҙың балалары арҡалы
Бындай атайҙарҙың балалары арҡалы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: