Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Октябрь 2021, 18:50

Борай фермеры ниҙәр тәҡдим итә?

Башҡортостан эшҡыуары етештергән продукция "Беҙҙең бренд” конкурсында ҡатнаша.

Борай фермеры ниҙәр тәҡдим итә?
Борай фермеры ниҙәр тәҡдим итә?

Борай районы Йәлдәк ауылынан Зариповтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы даими үҫеш юлында. Улар етештергән продукцияның "Беҙҙең бренд” конкурсында ҡатнашыуы күп нәмә хаҡында һөйләй.

Атаһына ярҙам итеп, эштең нескәлектәренә өйрәнеп, шәриғәт ҡанундары буйынса йәшәгән Рәмил Зарипов 2016 йылда үҙ крәҫтиән (фермер) хужалығын асыуға өлгәшә. Ул етәкселек иткән ит ярым фабрикаттары цехы күптән инде “хәләл продукт” булып танылыу яуланы. Һуңғы ун йыл эсендә эре малдарҙы 290-ға еткергән. Шулай уҡ 380-ләп баш һарыҡ, 50 ат, ит эшкәртеү һәм ярымфабрикаттар етештереү цехы, бихисап техника, мал салыу өсөн ҡоролма – быларҙың барыһы ла тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Ит продукттары етештереү цехында 17 кеше эшләй. Дәүләт программаларында ҡатнашып, етештереүҙе арттырып, улар бөгөн биш магазин асыуға өлгәшкән.

Тәмле билмән-кәтлиттәр, манты, голубцы, тефтели, фрикаделькаларҙы Өфө ҡалаһында түбәндәге адрес буйынса "Борай фермеры” магазиндарынан ала алаһығыҙ:

Октябрь проспекты, 18,

Октябрь проспекты, 162/1,

Ленин урамы, 120,

Софья Перовская урамы, 73,

Борай ауылында Ленин урамы, 105.

Фото Р. Зариповтың шәхси альбомынан.

Автор:Гульсира Сахиева

Борай фермеры ниҙәр тәҡдим итә?
Борай фермеры ниҙәр тәҡдим итә?
Борай фермеры ниҙәр тәҡдим итә?
Автор:
Читайте нас: