Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Октябрь 2021, 11:45

Атайлы бала – арҡалы бала

Атай – шундай ғорур яңғыраған, күңелдәргә ышаныс һәм көс-ғәйрәт өҫтәгән һүҙ. Атай тәрбиәһе, абруйы һәм кәңәше баланың үҫешендә бик ҙур роль уйнап ҡына ҡалмай, ул һәр ваҡыт ярҙамға әҙер булған дуҫ та, остаз да. Солтанбәк ауылында йәшәүсе Данис Вәлинур улы Суфиянов та үҙенең балалары өсөн тормош юлын маяҡ кеүек яҡтыртыусы, бик күптәргә үрнәк булырҙай атайҙарҙың береһе. Түбәндәге видеояҙмаларҙы ҡарап та “Атайлы бала – арҡалы бала” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәренә инанырһығыҙ.

Атайлы бала – арҡалы бала
Атайлы бала – арҡалы бала


Солтанбәк ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм Вәлинур Суфияновтарҙың биш балалы ғаиләһендә дүртенсе булып донъяға килә. Бәләкәйҙән тырыш, зирәк, эшһөйәр һәм спорт менән дуҫ булып үҫә. Әйткәндәй, Вәлинур ағайҙың дүрт улы ла бөгөн Солтанбәк ауылында төпләнеп, ғаилә ҡороп, яңы йорттар һалып сығып, иманлы, игелекле, талантлы балалар үҫтерә.

Данистың ғаиләһе лә һоҡланырлыҡ. Тормош иптәше Ләйсән менән ауылға йәм, ҡот, бәрәкәт өҫтәп, гөрләтеп етеш донъя көтәләр. Уларҙың татыу ғаиләһендә береһенән-береһе теремек алты бала үҫә. Атай-әсәй һөйөүенә төрөнөп үҫкән балалар ололарҙы хөрмәт итергә, туғанлыҡ ептәрен- шәжәрәһен белергә, йәшәгән ереңде данлап, туған телеңде ҡәҙерләп ғүмер итергә өйрәнә.

Данис Вәлинур улы эш-ғәмәлдәре менән балаларына һәр яҡлап өлгө булып тора. Был ғаиләлә атай кеше иң аҡыллы йүнәлеште алған — хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ, балаларҙың эштәре менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһыныу. Атай кеше  үҙ балалары менән тәүҙән үк дуҫтарса мөнәсәбәттәр тыуҙырған, шуға ла бала уның тормошонда бөтәһенең дә атаһы өсөн ҡыҙыҡлы булыуын белә, һөҙөмтәлә аталар һәм балалар проблемаһы тыумай.

«Балалар өсөн атай кеше өлгө булырға тейеш. Эштәрҙе балалар менән бергәләп башҡарырға тырышырға кәрәк: аңлатырға, өйрәтергә, күрһәтергә иренмәҫкә. Уларҙың шөғөлдәре, мауығыуҙары менән ҡыҙыҡһынырға, кәрәк ерҙә дәртләндерергә, ярҙам итергә. Алдашмаҫҡа, кешене кәмһетмәҫкә. Әсәйҙе хөрмәтләргә, яратырға. Ата - әсәләргә ҡарата гел яҡшы мөнәсәбәттә булыу- минең тормош девизым булып тора”, - ти Данис Вәлинур улы.

Мәктәптә нисек кенә бала яҡшы тәрбиәләнмәһен, барыбер ҙә балалар тормош һабағын ғаиләһендә – ата-әсәһе өлгөһөндә ала. Шуға ла нәҡ һеҙ, хөрмәтле атайҙар, иң яҡшы тәрбиәсе булырға тейешһегеҙ! Атайлы йорт- нурлы йорт, атайлы бала- арҡалы бала, икәнлеген онотмағыҙ!

Наилә Имаева.

Атайлы бала – арҡалы бала
Атайлы бала – арҡалы бала
Атайлы бала – арҡалы бала
Атайлы бала – арҡалы бала
Атайлы бала – арҡалы бала
Атайлы бала – арҡалы бала
Атайлы бала – арҡалы бала
Атайлы бала – арҡалы бала
Читайте нас: