Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Октябрь 2021, 10:51

Был – ҙур рухи ҡаҙаныш

Туймазы ҡалаһында Башҡорт тарихы йылына ярашлы үткән Башҡорт ырыуҙары ҡоронда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев та ҡатнашты.

Был – ҙур рухи ҡаҙаныш
Был – ҙур рухи ҡаҙаныш

Туймазы ҡалаһында Башҡорт тарихы йылына ярашлы Башҡорт ырыуҙары ҡоро бара, тип хәбәр иткәйнек. Съезд эшендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев та ҡатнашты.

"Башҡортостандың төп байлығы, рухи көсө, нигеҙе – уның күп милләтле татыу, берҙәм, тырыш халҡы. Икенсе тотҡаһы – башҡорт халҡының, Башҡортостан ерендә йәшәгән халыҡтарҙың тарихы. Тарихсылар билдәләүенсә, борондан башҡорт халҡының иллеләгән ырыуы булған. Уларҙың тарихын, үҙенсәлектәрен өйрәнәһе лә өйрәнәһе лә әле.

Бөгөнгө сара бик әһәмиәтле. Йыл буйына ике тиҫтәнән ашыу башҡорт ырыуҙары йыйыны уҙғарылғаны мәғлүм. Билдәле булыуынса, элекке әсбаптарҙан, башҡорт халҡының ете төп ырыуы булған, тип уҡып үҫтек. Был тарихыбыҙҙы, рухыбыҙҙы ниндәйҙер кимәлдә сикләү. Бер нисә йыл элек иһә тарихыбыҙға ҡайтанан, тәрәнерәк бағыу һөҙөмтәһендә бөгөн егерме ырыуҙың йыйыны үткәрелде, Башҡорт ырыуҙарының ҙур съезына йыйылдыҡ. Был – бик ҙур рухи ҡаҙаныш. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, ошо йүнәлештә ҙур эштәр алып барған әүҙемдәргә, район-ҡалалар вәкилдәренә ҙур рәхмәт", – тине Урал Таһир улы.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Был – ҙур рухи ҡаҙаныш
Был – ҙур рухи ҡаҙаныш
Автор:
Читайте нас: