Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Октябрь 2021, 13:30

Балтастар ”Ырыуҙар ҡоро”нда ҡатнашты

#БашҡортТарихыЙылы#ГодБашкирскойИстории   Туймазы ҡалаһында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Ырыуҙар ҡоро уҙҙы. Унда Балтас районынан Танып ырыуы вәкилдәре ҡатнашты.

Балтастар  ”Ырыуҙар ҡоро”нда ҡатнашты
Балтастар ”Ырыуҙар ҡоро”нда ҡатнашты


⠀Сара Туймазы районының Ҡандракүл ауылында башланды. Бында башҡорт ырыуҙарына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Артабан Башҡорт «Ырыуҙар ҡоро» Туймазы ҡалаһында дауам итте. Пленар ултырыш бик һөҙөмтәле булды.

«Ырыуҙар ҡоро» сиктәрендә шулай уҡ «Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте үҫешенең юл картаһы» темаһына стратегик сессия һәм «Этнос — субэтнос: дөйөмлөк һәм шәхсилек нисбәте. Этник үҙбилдәләнеш формалашыуы» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Унда төрлө ырыу вәкиләре, Башҡортостандың милли-мәҙәни үҙәктәре, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары — тарихи-мәҙәни үҙәктәре ағзалары ҡатнашты.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтастар  ”Ырыуҙар ҡоро”нда ҡатнашты
Балтастар  ”Ырыуҙар ҡоро”нда ҡатнашты
Балтастар  ”Ырыуҙар ҡоро”нда ҡатнашты
Балтастар  ”Ырыуҙар ҡоро”нда ҡатнашты
Балтастар ”Ырыуҙар ҡоро”нда ҡатнашты
Читайте нас: