Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Октябрь 2021, 15:05

Балтастар ҡорға йыйылды

Балтас районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үтте.  

Балтастар ҡорға йыйылды
Балтастар ҡорға йыйылды

Әлегә ҡәҙәр Балтас районы башҡорттары ҡоролтайын ваҡытлыса етәкләүсе Гөлфиә Зыязтдин ҡыҙы Шәисламова бер тауыштан ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланды. Шулай уҡ йыйылышта Башҡарма комитеты составы яңыртылды.

Сарала ҡатнашыусылар алдында алда торған йәниҫәп алыу тураһында телмәр менән район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев сығыш яһаны.

Йыйылышта ҡатнашыусылар ҡоролтай сайтын әүҙем алып барыу, "Айыҡ ауыл" бәйгеһенә лайыҡлы әҙерләнеү, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу һәм балаларҙа милли рухты тәрбиәләү тураһында фекер алышты һәм ҡарарҙар ҡабул итте.

Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе итеп бер тауыштан һайланды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтастар ҡорға йыйылды
Балтастар ҡорға йыйылды
Балтастар ҡорға йыйылды
Балтастар ҡорға йыйылды
Балтастар ҡорға йыйылды
Балтастар ҡорға йыйылды
Читайте нас: