Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Октябрь 2021, 10:30

Асҡындар — Ырыуҙар ҡоронда

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Туймазы ҡалаһында үткән   Ырыуҙар ҡоронда  Асҡын районынан  Балыҡсы  ырыуы  башҡорттары ла ҡатнаша.  

Асҡындар — Ырыуҙар  ҡоронда
Асҡындар — Ырыуҙар ҡоронда

Туймазы ҡалаһының “Родина” Мәҙәниәт һарайында  Ырыуҙар ҡоро сиктәрендә башҡорт ырыуҙарының тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын, аш-һыуҙарын, кәсеп-шөғөлдәрен сағылдырған бай күргәҙмә ойошторолдо.

Асҡын районынан Балыҡсы ырыуы башҡорттары ла  был мәртәбәле сарала  ҡатнашып, бай күргәҙмә әҙерләне. Балыҡсы ырыуының ҡор башы Наил Ғаян улы Хәйруллин  үҙенең Атналы  нәҫеле шәжәрәһе менән таныштырҙы.  Балыҡсы ырыуының гербы, гимны, тамғалары,  тарихи документтары,  күренекле шәхестәре тураһында мәғлүмәттәр,  ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кейемдәр, аш-һыуҙар, тормош-көнкүреш әйберҙәре  — барыһы ла күргәҙмәлә урын алғайны. Асҡындар һәр  ваҡыттағыса лайыҡлы сығыш яһаны. Был турала тулыраҡ киләһе яҙмаларҙа уҡырһығыҙ.

Был сараның ойоштороусылары — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм  Туймазы районы хакимиәте.

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: