Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Октябрь 2021, 11:45

Иҫән бейгә мемориаль комплекс асылды

Бөгөн Тәтешле районында XVI быуатта йәшәгән арҙаҡлы милләтәшебеҙ, мәшһүр сәйәси эшмәкәр, Ирәкте башҡорттары вәкиле Иҫән ханға мемориаль комплекс асылды.

Иҫән бейгә мемориаль комплекс асылды
Иҫән бейгә мемориаль комплекс асылды

Был проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында республика Башлығы грантына ойошторған конкурста еңеп сыҡҡайны.

Мәғлүм булыуынса, 2025 йылда Иҫән хан (Әсән хан) тыуыуына 500 йыл тула. Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Иҫән хан сығышы менән ирәкте (ҡара табын) ҡәбиләһе башҡорттарынан, Майҡы бей нәҫеленән. Ғәли Соҡорой «Энеләр һәм дуҫтар өсөн нәсихәт» әҫәрендә уның шәжәрәһен килтерә.

Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Иҫән хан XVI быуатта Ҡазан ханлығы тарханы булып хеҙмәт иткән. Ирәктеләрҙең бер өлөшө Ыҡ йылғаһы үҙәненән Тере Танып бассейнына күсеүен Иҫән бей ҡәбилә башлығы булған осорға тура килтерәләр. Р. Ғ. Кузеев тарафынан яҙып алынған риүәйәттәр буйынса, Ыҡ буйында йәшәүсе Иҫән бей үҙенең улдары менән йыш ҡына Танып буйҙарына һунарға йөрөгән. Бер ваҡыт бында таҙлар ҡәбиләһе аҡһаҡалы Таҙ бабайҙы осратҡан һәм уның менән дуҫлашып киткән. Таҙ бабай Иҫәнде ғүмерлеккә Танып буйында йәшәргә ҡалырға саҡырған һәм Иҫән бей ризалашҡан, уның улдары Таҙ бабайҙың ҡыҙҙарына өйләнгән. Иҫән бей Мәскәүгә Аҡ батшаға (Иван Грозныйға) барған һәм ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын алған.

Иҫән хан XVI быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостандың төньяғында башҡорт ханы булған. Беүә һәм Тере Танып йылғаларынан Ағиҙел һәм Бөрө йылғаларының түбәнге ағымындағы биләмәгә тиклем хакимлыҡ урынлаштырған. Иван IV батша ғәскәрҙәре Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң Иҫән хан урыҫ батшаһы подданныйлығын алған.

Тәтешле халҡы билдәле яҡташын онотмай һәм уның иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн тарихи һәйкәл урынына мемориаль комплекс булдырҙы.

Был тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн мәҙәни-экскурсион турҙар ойошторорға булышлыҡ итәсәк, эске туризмды үҫтерәсәк, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә этәргес буласаҡ.

Иҫән хандың ҡәбере Тәтшле районындағы Иҫке Соҡор ауылынан — 3,5, Яңы Соҡор ауылынан бер километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ был урынды белә һәм изге урын тип иҫәпләй. Проект сиктәрендә ошо урын тәртипкә килтерелгән, төҙөкләндерелгән, тротуар плиткаһы һәм бордюрҙар һалынған, эскәмйәләр ҡуйылған, көмбәҙ формаһында металдан сүкеп яһалған мемориаль комплекс эшләнгән.

Проекттың дөйөм хаҡы — 785 000 һум.
Шулай уҡ бөгөн район үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, билдәле ғалимдар ҡатнашлығы

https://vk.com/kurultaibashkir

Иҫән бейгә мемориаль комплекс асылды
Иҫән бейгә мемориаль комплекс асылды
Иҫән бейгә мемориаль комплекс асылды
Иҫән бейгә мемориаль комплекс асылды
Иҫән бейгә мемориаль комплекс асылды
Автор:
Читайте нас: