Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
3 Октябрь 2021, 10:05

Силәбелә Салауатҡа һәйкәл булырмы?

Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре дауам итә.

Силәбелә Салауатҡа һәйкәл булырмы?
Силәбелә Салауатҡа һәйкәл булырмы?

 Силәбе ҡалаһындағы Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың мәғариф министрлығы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре Силбәе өлкәһенең йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, әүҙемселәре, Силәбе ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ менән осрашты.

Сара «түңәрәк өҫтәл» форматында ойошторолғайны. Һүҙ мәғариф тамағында ике өлкә араһындағы хеҙмәттәшлек, балаларҙың туған башҡорт телендә уҡыу, туған телен өйрәнеү хоҡуғын томошҡа ашырыу хаҡында барҙы.

Эшлекле һөйләшеүҙә йәмәғәтселәр башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште, кадрҙарға һәм уҡытыу-методик ҡулланмаларға бәйле проблеманың киҫкенлеген билдәләне. Шуай уҡ, Силбәе өлкәһендәге балаларҙың йәйге ялын Башҡортостандағы профилле лагерҙарҙә ойоштороу мәсьәләһе лә тикшерелде.

«Был йәмғиәт башҡорт кенәздәре, дворяндары тураһында мәғлүмәт туплау менән шөғөлләнә. Силәбе өлкәһе биләмәһендә башҡорт тархандары күп булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта урындағы башҡорттар ҙа үҙ тарихын насар белә. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәтен йәнләндерергә кәрәк, тарихсылар етешмәй», — ти Силәбе өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Рауил Асатуллин.

Тулыраҡ: https://kurultai.ru/ba/content/2655-poyavitsya-li-pam..

Силәбелә Салауатҡа һәйкәл булырмы?
Силәбелә Салауатҡа һәйкәл булырмы?
Автор:
Читайте нас: