Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Октябрь 2021, 08:20

Ырымбур өлкәһенең Ейәнсура ауылында башҡорт телен өйрәнәсәктәр

Йәкшәмбе мәктәбен асыу тантанаһы онлайн-форматта үтте.

Ырымбур өлкәһенең Ейәнсура ауылында башҡорт телен өйрәнәсәктәр
Ырымбур өлкәһенең Ейәнсура ауылында башҡорт телен өйрәнәсәктәр

Ҡыуандыҡ ҡала округына ҡараған Ейәнсура ауылының мәктәбе нигеҙендә башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы. Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының проекты сиктәрендә һәм уҡыу йортоноң методик ярҙамы менән булдырылды. Йәкшәмбе мәктәбен асыу тантанаһы онлайн-форматта үтте.

«Йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт телдәр һәм Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант ярҙамында асыла. Бында 15 уҡыусы аҙнаһына бер көн шөғөлләнәсәк. Уҡыусылар башҡорт теле, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һәм тарихы менән яҡындан танышасаҡ. Балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәреләсәк», — тине Р.Ғәрипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов.

Быйыл Пермь крайы, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә һәм Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре эшләй башланы.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_40472

Ырымбур өлкәһенең Ейәнсура ауылында башҡорт телен өйрәнәсәктәр
Ырымбур өлкәһенең Ейәнсура ауылында башҡорт телен өйрәнәсәктәр
Читайте нас: