Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
24 Сентябрь 2021, 10:37

Силәбелә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә

Тиҙҙән Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башлана. Саралар Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарында, Силәбе ҡалаһында үтәсәк. 

Силәбелә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтәСиләбелә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә
Силәбелә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә

28 сентябрҙә Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башлана. Республиканан Силәбегә ҙур делегация сәфәргә сыға. Саралар Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарында, Силәбе ҡалаһында 28 сентябрҙән 2 октябргә тиклем үтә. 

Проект сиктәрендә төрлө форматтағы осрашыуҙар, саралар ҡаралған: башҡорт милли үҙаңын һаҡлау, үҫтереү буйынса фекер алышыу, туған телде өйрәнеү хоҡуғын тормошҡа ашырыу буйынса уҡытыу-методик консультациялар, башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ижади оҫтахана, халыҡ бейеүҙәре, вокал, халыҡ ижады, милли уйын ҡоралдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре.

Ҡоншаҡ районының  Хәлит, Бүре, Дружный ауылдарында башҡорт халыҡ бейеүҙәренә өйрәнергә мөмкин буласаҡ. Ҡоншаҡ ауылы халҡын халыҡ йырҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә көтәләр, Маяҡ, Ибраһим ауылдарында ҡурайҙа уйнарға теләүселәр өсөн дәрестәр ойошторола. 30 сентябрҙә оҫталыҡ дәрестәрендә шөғөлләнеүселәр отчет концерты менән сығыш яһай.

30 сентябр ҙә сараларға бай булмаҡсы. Хәлит ауылы мәктәбендә «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы йәш быуынға үҙ программаларын тәҡдим итә. Тамырҙар башҡорт телендәге «Нурбостан» йәнһүрәтен күрһәтәсәк, «Ғаилә тамырҙары» исемле фотосессия ойошторасаҡ. «Аҡбуҙат» журналы иһә «Урал батыр» йәнһүрәтен күрһәтә. Кискеһен Хәлит ауылы мәҙәниәт йортонда режиссер Айнур Асҡаровтың «Из Уфы с любовью» фильмы күрһәтелә.

Ҡоншаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре Ҡоншаҡ районының йәмәғәт ойошмалары менән осраша. Ҡоншаҡ районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы белгестәре менән Ҡоншаҡ районы белем усакҡтарында башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу була.

1 октябрҙә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Силәбе ҡалаһында дауам итә. Башҡортостан делегацияһы ҡаланың 88-се балалар баҡсаһын ҡараясаҡ, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына һәйкәлгә сәскә һаласаҡ.

2 октябрҙә проект сиктәрендә саралар Арғаяш районында үтәсәк. Бында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре һәйкәленә сәскә һаласаҡтар. Әлшәй һәм Ишембай райондарынан килгән педагогтар Арғаяш районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ижади оҫтахана үткәрә. Был сарала башҡорт теле дәрестәрендә һанлы технологиялар ҡулланыу һәм «БЕЛемАЛ» проектының методик әсбаптары тураһында һөйләйәсәктәр.

Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһенең рәсми делегациялары ҡатнашлығындағы тантаналы сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләктәр тапшырасаҡ. Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмалары сәхнә өсөн милли кейем тупланмалары, башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу-методик ҡулланмалар - интерактив таҡта, проектор экраны аласаҡ. Силәбе тамашасылары алдында “Далан” төркөмө сығыш яһаясаҡ.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Силәбелә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә
Силәбелә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә
Автор:
Читайте нас