Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
16 Сентябрь 2021, 05:31

Ауылым тарихына сәйәхәт

Ҡариҙел районы Киҙәсе ауылының 150 йыллығына һәм инде баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштарымдың яҡты иҫтәлегенә бағышлайым. #Башҡорттарихыйылы #Бөтәрәсәйхалыҡиҫәбеналыу2020#Иҫәптәләһандалабар2020

Ауылым тарихына сәйәхәтАуылым тарихына сәйәхәт
Ауылым тарихына сәйәхәт

Уйлап ҡараһаң, ауылдарҙа кеше яҙмыштары: донъяға килеп үҫәләр, балҡып йәшәйҙәр, ҡартаялар. Күпме һынауҙар аша үтелә: һыуҙан, уттан, аслыҡтан ҡала, йәшәү өмөтөн һүндермәй улар.
Ваҡытында 49 йортло булып, бөгөн туғыҙ йорто ҡалған ауылымдың. Ҡартайҙы күрәһең, 150 йәшкә етте бит. Ҙурлап юбилей үткәрергә йыйынғанда, тағын бер һынау – коронавирус туҡтатты. Юғиһә, осрашыуға ҡайта алмаған ауылдаштарҙы йәшлектәренә, ә унан бала саҡҡа алып китәһе ине – үткәндәргә сәйәхәткә. Рәхим ит, ауылым тарихы, куңелдәр түренә.
1870 йылда Урта ауылдан Унлар ырыуы вәкилдәре, ере булған (вотчинниктар) Шәймөхәмәт (ҡарт олатайым), Ғәлләм, Дәүләтхандар Йүрүҙән йылғаһының һул яғына, тау итәгенә килеп төпләнгән. Алда оло йылға, ә тау артында кесеһе аға (ауылдың исеме лә «кесе» һүҙе менән бәйле). Ағас кисеп, бура бурарға, йүкә һуйырға, дегет ҡайнатырға башлайҙар. Ас торолмай, урманда — йәнлек, ҡош-ҡорт, йылғала балыҡ күп. Ауыл тиҙ ҙурая. Шәймөхәмәт староста, йәниҫәп ала, эштәрҙе теркәй. 20-се быуат башына ҡәҙәр башҡа милләт вәкилдәренә ауылға урынлашырға ер бирелмәгән. Тәүгеләрҙән булып, арендаға ер алып, Владимир исемле рус байы үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән Киҙәселә йорт һала. Халыҡтың продукцияһын һатып ала, лавка төҙөй, мәсет һалырға ярҙам итә. Хәтеремдә, атайым уны ихтирам менән Аладимир бай, тип иҫкә ала ине.
Башҡорт ырыуҙары тарихы Унлар китабында бирелгән йәниҫәп буйынса 1917 йылда ауылда рустар йәшәгән. Мари, сыуаш, арҙар ҙа үҙ иткән Киҙәсене. Был хаҡта бер туған апам Гөлзимә Сафуанованың «Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ» тигән яҙмаһы Ҡариҙел гәзитендә 2007 йылдың 7 мартында баҫылды. Ауыр йылдарҙа төрлө милләт кешеләренең бер-береһенә терәк, эшкә оҫта, ҡунаҡсыл булыуҙары хаҡында оло ихтирам менән яҙылған иҫтәлек ул. Ауылдың дәрәжәһе дингә ҡарашы, мәсетле булыуы менән юғары булған. Йома көндәрҙә тирә-яҡ ауылдарҙан ир-аттар намаҙға йөрөй. (Сөнки был мәсет мәхәллә булып тора. Камалимөхәмәт олатайым мәзин, балаларға ғәрәп телен өйрәтә. Мөхәмәтхәйҙәр мулла дини байрамдар үткәрә. Тик революция елдәре, «бөйөк» үҙгәрештәр бер кемде лә, бер нәмәне ле ситләтеп үтмәй. 1936 йылда мәсеттең манараһы киҫелеп, клубҡа, унан һуң мәктәпкә әйләндерелә. Был хаҡта халык телендә һаҡланған йәндәрҙе тетрәтерлек «Манара» бәйете. Ул үҙе бер тарих. Ауыл тарихы һис шикһеҙ, унда йәшәгән кешеләрҙең тормошо һәм яҙмышы менән үрелеп бара.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары үҙе ҙур фажиғә булһа ла, колхозсылар бирешмәй. Ә инде 50-60-сы йылдарҙа йәштәр арыу-талыуҙы белмәй. Көндөҙ эш, кистәрен уйын-көлкө, йыр-бейеү, гармун, скрипка моңдары. Күпме талант эйәһе булған. Һәр өйҙөң үҙ гармунсыһы Исмәғил ағай Ханов гармуны менән, хатта, район сәхнәһендә сығыш яһаған. Һандуғастар көнләшкәндер Фәһимә, Гөлсөм апайҙарҙың моңло тауышына. Йырсылар Закирйән атайым, Нурғәле, Раил гел табын түрендә. Яҙмалары әле лә һаҡлана. Ошо йылдарҙағы йыр-мондар йәш быуынға күсә килә. Гармунсы Рамазанды Фәнил, Рәзиф алмаштыра.
Бөтә тирә-яҡты кейендергән тегеүсе Нурғәтиә әбей. Хәбиб ағай тимерлегендә әле ле сүкеш сыңдары яңғырап китер кеүек. Сирләп китһәң, Фәриға, Сәүҙә, Йәмилә әбейҙәр бар. Малың ауырыһа, Тимерғәле бабай ярҙам итә. Васфый ағайҙың колхозға трактор алып ҡайтыуы күпме көс, дәрт өҫтәне халыҡҡа. Ауыл ҡартаймаҫ, гел алға барыр кеүек ине. Тирә-яҡ урмандарҙы кисеү, һал ағыҙыу башланғас, егеттәр аҡрынлап сплавҡа эшкә китте. Колхоз 1974 йылда бөтөрөлдө. Аҡрынлап клуб, магазин, дауахана башҡа ауылдарға күсерелде. Ярай әле 60-сы йылдар уртаһында районда сығарылған проект буйынса Киҙәсе Ҡоҙаш ауылына күсерелмәй ҡалды. Бына шулар хаҡында һөйләргә ине инде баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштарымдың балаларына һәм ейәндәренә. Бер үтәһе ине урамдарҙан һәр өйҙө, һәр кемде иҫкә алып. Ә әлеге һирәк булһа ла таңдарҙа гармун мондары ишетелә, тәҙрәләрҙә уттар балҡый. Тормош дауам итә, ауылым ул-ҡыҙҙарын көтә.
Авторы; Әлиә Камалиева,
Ҡариҙел районы, Киҙәсе ауылы мәғариф ветераны.

Ауылым тарихына сәйәхәт
Ауылым тарихына сәйәхәт
Ауылым тарихына сәйәхәт
Ауылым тарихына сәйәхәт
Ауылым тарихына сәйәхәт
Ауылым тарихына сәйәхәт
Ауылым тарихына сәйәхәт
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас