Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
14 Сентябрь 2021, 11:31

Быуындар бәйләнешен һаҡлайҙар

Бөрөнөң 9-сы урта мәктәбендә төрлө милләт балалары башҡорт телен өйрәнә.  

Быуындар бәйләнешен һаҡлайҙарБыуындар бәйләнешен һаҡлайҙар
Быуындар бәйләнешен һаҡлайҙар

Бөрөнөң 9-сы урта мәктәбендә төрлө милләт балалары башҡорт телен өйрәнә. Уҡыусылар бында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ үҙләштерә. Башҡорт телендә телдән һәм яҙма рәүештә аралашырға, үҙ милләтенең һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм традицияларын өйрәнәләр. Римма Мурашкинцева был мәктәптә 15 йыл уҡыта, шулай уҡ туған башҡорт, татар телдәренән һәм әҙәбиәтенән балаларға төплө белем бирә. Бөгөн уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

—      Римма Сәлих ҡыҙы, ни өсөн был һөнәрҙе һайланығыҙ?

—      Барыһы ла бала саҡтан башланды. Мин Асҡын районының Көнгәк ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем башҡорт, атайым татар милләтенән. Бәләкәйҙән ике милләттең дә мәҙәниәтен, телен өйрәндем. Әсәйем, Ғәлиә Әхәт ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ, әҙәбиәткә, уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләне. Мин әсәйемдең дәрестәренә йыш бара һәм уның эшен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә инем. Тиҙерәк уҡырға өйрәнгем килә ине, сөнки әсәйемдең өҫтәлендә һәр ваҡыт сағыу һүрәтле китаптар, журналдар күп була торғайны. Ошо ҡыҙыҡһыныуым әҙәбиәт донъяһына алып килде һәм хыялға әйләнде. Мәктәпте тамамлағандан һуң Бөрө социаль-педагогия академияһының филология факультетына, милли бүлеккә уҡырға индем. Уҡыуҙы тамамлағас, 9-сы урта мәктәпкә башҡорт теле уҡытыусыһы булып урынлаштым. Әлеге көнгә тиклем бында тырышып хеҙмәт итәм.

—      Дәресте,  ғәҙәттә,  нимәнән башлайһығыҙ?

—      Иң беренсе, класта эш һәм үткәнде ҡабатлау өсөн яҡшы мөхит тыуҙырырға кәрәк. Грамматиканы, яңы һүҙҙәр өйрәнеү яңыны, ҡыҙыҡлыны танып белеү менән тығыҙ бәйләнгән, был уҡыусының аң даирәһен киңәйтә. Балалар йылға, күл, тау исемдәре менән таныша. Партаны кем уйлап тапҡанын, ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр, ғәҙәти булмаған музейҙар, аяҡ кейемдәре, аҡса тарихы, донъяла ниндәй мәктәптәр булыуы, билдәләр системаһы һәм башҡалар тураһында белә.

—      Ә һөйләм практикаһы нисек бара? Һеҙ бит уларҙы һөйләшергә лә өйрәтәһегеҙ...

—      Фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу — ҡатмарлы эш. Дәрестәр мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булырға, ыңғай тойғолар уятырға тейеш, шул саҡта уҡыусылар телдән һәм яҙма телмәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән күнекмәләрҙе, ижади эштәрҙе тырышып эшләй. Уйындар, йомаҡтар, әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр һәм  шулай уҡ уйын, компьютер, төркөм менән эш, тикшеренеү технологияларын ҡулланам.

—      Дәрестә уҡытыусы етәкселек итеп, уҡыусылар һеҙҙең ҡушҡандарҙы ғына үтәйме?

—      Бер ҙә улай түгел. Дәрес башында проблемалы хәл тыуҙырам. Уҡыусылар үҙ аллы дәрестең темаһын билдәләй, маҡсатын һәм бурыстарын ҡуя. Улар тыңлап ултырыусы ғына түгел, тикшереүселәр ҙә, уйлап табыусылар ҙа. Яңы лексиканы, грамматиканы үткәндә рус һәм башҡа телдәр менән  сағыштырабыҙ. Был балаларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Улар башҡа фәндәрҙән алған белемдәрен ҡуллана. Дәрес аҙағында уҡыусыларҙың яңы теманы нисек үҙләштереүен тикшерәм. Өй эше һәр ваҡыт тиерлек ижади, тикшеренеү эше формаһында бирелә.

—      Туған тел дәресенең маҡсатын нимәлә күрәһегеҙ?

—      Маҡсатыбыҙ, тәүге сиратта, телен, мәҙәниәтен, тарихын, традицияларын белгән һәм уны хөрмәт иткән, тыуған иле, халҡы өсөн ғорурлыҡ хистәре кисергән  бала тәрбиәләү. Туған телде өйрәнеүҙә, уға ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа конкурстар, олимпиадалар, “түңәрәк өҫтәлдәр”, семинарҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар  ҙа ҙур роль уйнай. Бының менән бер рәттән проблемалар ҙа юҡ түгел, ата-әсәләрҙең туған телде өйрәнеүгә битарафлығы борсой.

— Был хәлдән нисек сығырға һуң? Нимәгә таянырға була?

— Тәү сиратта, ғаиләгә. Был проблеманы хәл итеүҙә ғаиләнең ролен күтәрергә кәрәк. Ҡала ерендә ғаиләлә туған телгә һөйөү тәрбиәләмәһәк, һөҙөмтә булмаясаҡ. Туған телдең статусын күтәрергә, заманса йәмғиәттә уның мөһимлеген, кәрәклеген күрһәтергә кәрәк, сөнки нәҡ тел быуындар һәм ваҡыт бәйләнешен булдыра. Йәштәргә туған мәҙәниәттән, туған телдән һәм телмәрҙән башҡа бай тарихлы, традициялы милләттең юҡҡа сығырға мөмкинлеген, туған телде белеү модалы икәнлеген аңлатырға кәрәк.

Унан тыш һәр бала үҙе йәшәгән төбәктәге ерле һөйләште белергә һәм өйрәнергә тейеш. Был уның аң даирәһен киңәйтергә, тыуған яҡ мәҙәниәтен тәрәнерәк аңларға ярҙам итәсәк. Көндәлек тормошта рус милләтле балаларға башҡорт теле кәрәкмәй тигән фекер ҙә бар. Ләкин дәүләт һәм туған телдәрҙе белеү, башҡа фәндәрҙе өйрәнгән кеүек үк, нигеҙ булараҡ кәрәк. Мәҫәлән, химия һәм физика фәндәре тормошта  кәрәкмәҫкә лә мөмкин, ләкин улар мотлаҡ  мәктәп программаһына индерелгән.

Ольга Платонова.

Фотолар геройҙың шәхси архивынан. 

Быуындар бәйләнешен һаҡлайҙар
Быуындар бәйләнешен һаҡлайҙар
Автор:
Читайте нас