Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
11 Сентябрь 2021, 04:00

Туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Борай районында башҡорт телен туған тел булараҡ — 1073 уҡыусы, дәүләт теле булараҡ 1029 бала уҡый. Ата-әсәләрҙең башҡорт телен туған тел булараҡ балаларына уҡытыуҙы һайлауы, әлбиттә, уларҙың үҙ асылын аңлауы, сабыйының туған телен белһен тип тырышыуына ишаралай. Был һөйөнөслө хәл. Барлығы 22 уҡытыусы башҡорт теле серҙәренә төшөндөрә. Борай 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Мостафина 15 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Туған телгә һөйөү тәрбиәләйТуған телгә һөйөү тәрбиәләй
Туған телгә һөйөү тәрбиәләй

Айгөл Нәғим ҡыҙы — юғары категориялы уҡытыусы. Һәр саҡ эҙләнеүсән, үҙ белемен камиллаштырыусы уҡытыусының хеҙмәт һөҙөмтәләре лә һиҙелерлек: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың, Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталарына, Мәғариф һәм фән министрлығының грантына лайыҡ булған. Был наградалар, әлбиттә, ең һыҙғанып эшләүҙән, уҡыусыларыңдың уҡытҡан фәнеңдән яулаған уңыштарынан башҡа булмай. Айгөл Нәғим ҡыҙының уҡыусылары “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсы номинаттары, төрлө дәрәжәләге иншалар конкурстары, тел һәм әҙәбиәт буйынса уҙғарылған олимпиадалар, фәнни-тикшеренеү конференциялары призерҙары һәм еңеүселәре.
— Уҡытыусы булыу теләге миндә бала саҡтан килде. Мәктәптән һуң Нефтекама педагогия училищеһында уҡып, башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеге алдым. Унда башҡорт төркөмөндә уҡыным. Шуға ла юғары белем алыу зарурлығы тыуғас, һис икеләнмәй башҡорт теле факультетына индем. Эшемде бик яратам. Күңелемә әҙәбиәт дәрестәре нығыраҡ оҡшай, сөнки ул дәрестәрҙә балалар менән туған телдә аралашаһың, әҫәрҙәр аша тормош, йәшәү мәғәнәһен эҙләйһең, телдең камиллығына, матурлығына төшөнәһең, — ти ул.
Айгөл Нәғим ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты мөдире лә. Дәрестәрҙе федераль дәүләт стандарттарына тура килтереп үткәрер өсөн кабинетты йыһазлау, булғандарын тулыландырыу, һаҡлау ҙа уның өҫтөндә. Кабинетта интерактив таҡта, әҙиптәрҙең портреттары, тел һәм әҙәбиәт белеме буйынса, орфографик һәм аңлатмалы һүҙлектәр, яҙыусыларҙың йыйынтыҡтары, әҫәрҙәре уҡыусыларға ҡул һуҙымында ғына. Ал да уҡы, белемеңде арттыр, камиллаштыр.
Уҡытыусы үҙ эшендә заман технологияларының береһе булған электрон уҡытыу алымдарын әүҙем ҡуллана. Уның күп дәрестәре мультимедия ресурстары ҡулланып, интерактив таҡта янында үтә. Һуңғы 10 йыл эсендә ул үҙ эшендә дистанцион уҡытыу алымдарын ҡулланыу буйынса байтаҡ тәжрибә тупланы. Йөкмәткеле итеп төҙөлгән интернет сайты ла уҡыусылары өсөн дә, хеҙмәттәштәренә лә бай методик ярҙам булып тора.
Класс етәксеһе булараҡ та уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре менән уртаҡ тел табып эшләй Айгөл Нәғим ҡыҙы. Уҡыусылары төрлө бәйгеләрҙә, конкурстарҙа, бигерәк тә Шәжәрә байрамдарында, милли костюм, милли аш-һыу көндәрендә иң беренсе булып уҡытыусыларына ярҙамға килә, башҡорт теле дәрестәрен айырыуса яратып уҡый.
Уҡытыусы үҙе лә төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә даими ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһының әүҙем ағзаларының береһе лә. Мәктәптә уҡыған сағынан алып әлегә тиклем спорт менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба ул, айырыуса саңғыла йөрөргә ярата. Ғаиләһендә ул яғымлы тормош иптәше, хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә.
Билдәле, хәҙерге заманда туған тел уҡытыусыларына айырыуса ауыр: улар иңендә телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли аңды һаҡлап ҡалыу бурысы ята. Айгөл Мостафина быны яҡшы үтәй алған уҡытыусыларҙың береһе.

 

Авторы: Венера Арысланова.

Туған телгә һөйөү тәрбиәләй
Туған телгә һөйөү тәрбиәләй
Туған телгә һөйөү тәрбиәләй
Туған телгә һөйөү тәрбиәләй
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас