

Балалар өсөн башҡорт милли кейеме буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә Асҡындан Балалар сәнғәт мәктәбендә биҙәү-ғәмәли ижад буйынса белем биреүсе Эльмера Зөлфәҡәр ҡыҙы Ғәйбәтова ҡатнаша.
Лаборатория эшендә республиканың райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша. БР –ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллин, тәбиғи туҡымаларҙан башҡорт этнокейеме оҫтаханаһы етәксеһе Алһыу Кинйәбаева, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Аслаева «Тамға - 2020» конкурсының жюри ағзалары, спикерҙар ролендә сығыш яһай. Был ижади сара «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли костюмын тегеүсе оҫталар конкурсына әҙерлек барышында ойошторола.
Наилә Имаева.