

“Республика Башлығы Радий Хәбировтың онотолған исемдәрҙе кире ҡайтарыу тәҡдиме бигерәк тә быйылғы Башҡорт тарихы йылында үтә лә мөһим, тип иҫәпләйем. Халҡым, илем, телем, тип янып йөрөгән, бик күп батырлыҡтар һәм мәртәбәле эштәр башҡарған Генерал Шайморатов, Таһир Кусимов, Муллайән Халиҡов, Кәрим Хәкимов һәм башҡаларҙың исемен бер ҡасан да оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уларҙың эшмәкәрлеге һәм батырлығы тураһында әҙәби әҫәрҙәр яҙылған, фильмдар ҙа төшөрөлдө. Ләкин былар менән генә туҡталырға ярамай, бындай шәхестәрҙең исемдәре мәңгеләштерелергә тейеш. Йәш быуын уларҙы белеп үҫһен, ғорурланһын, өлгө алһын өсөн мәктәптәрҙә лә был юҫыҡта эш алып барыла, ләкин был эште тағы ла йәнләндерергә кәрәк.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленең торошо, Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл яҙмыштары борсой халҡыбыҙҙы.
Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының символы, беҙҙең ғорурлығыбыҙ булған Салауат Юлаев һәйкәленең тарихи-мәҙәни экспертиза үткәрелеүе һәм киләһе йыл реставрация эштәре башланасағы тураһында ла әйтте республика Башлығы.
Миңлеғәли Шайморатовҡа Герой исеме биреү өсөн баыһын да эшләгән етәкселәрҙең һәм халыҡтың тырышлығы өсөн дә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Шайморатовҡа Герой исеме биреү һәм уға баш ҡаланың Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыу – беҙҙең тыныс тормош өсөн яуҙа һәләк булған, илебеҙҙе һаҡлаған барлыҡ ҡаһармандарға, Башҡорт кавалерия дивизияһы составында алышҡан яугирҙарыбыҙға мәңгелек һәйкәл, уларҙың батырлығын мәңгеләштереү ул. Ҡоролтайҙың онотолған исемдәрҙе тергеҙеүгә арналған «Шайморатов вариҫтары» акцияһында ла рай ондаштарыбыҙ әүҙем ҡатнашты”, — тине Мөнзилә Солтан ҡыҙы.
Наилә Имаева.