Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
7 Сентябрь 2021, 05:07

Күренекле шәхестәргә бай нәҫел

Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы шәжәрәһен өйрәнеүсе Ильяс Яхин район Мәҙәниәт һарайында музей эштәре буйынса баш белгес булып эшләй. Үҙе Ҡаҙағстан яҡтарында тыуһа ла, тамырҙары — Ҡыйғаҙытамаҡта. Олатай-өләсәйҙәре — Ҡаңлы ырыуы башҡорттары. 2014 йылда ата-бабалары тураһында мәғлүмәт алыу, ауыл тарихын төплөрәк өйрәнеү маҡсатында башланған эш ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып, бар булмышын биләп ала һәм эҙләнеү эше бөгөнгәсә һуҙыла.

Күренекле шәхестәргә бай нәҫелКүренекле шәхестәргә бай нәҫел
Күренекле шәхестәргә бай нәҫел

Ҡыйғаҙытамаҡ ере республикаға бик күп билдәле шәхестәр биргән. Халыҡ шағиры Шәйехзада Бабич, башҡорт яҙыусыһы, фольклорсы ғалим, әҙәбиәт белгесе Кирәй Мәргән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, “Мираҫ” йыр-бейеү ансамбленең художество етәксеһе Нәфирә Иҡсанова (Бабичева), оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтендә бүлек мөдире булып эшләүсе Хәлил Фарваев, оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығында эшләүсе, бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры урынбаҫары Заһир Кашапов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Нәғим Бабичев, Рәүиә Сәләмова. Шулай уҡ Башҡорт театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рушанна Бабичтың тамырҙары ла Ҡыйғаҙытамаҡ ерендә.
— Шәжәрә – ул тарих. Ә тарихты өйрәнеү һәр ваҡыттағыса мауыҡтырғыс процесс. Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы шәжәрәһенең өс-дүрт варианты бар. Һәр вариант бер-береһенән айырыла. Шуға күрә лә ауыл тарихын өйрәнеп, уны һәр кемгә аңларлыҡ заманса, график вариантта төҙөү ине маҡсатым. Күп материал Әҡсән ағай Бабичевтан алынды. Мин уның эшен тулыландырып, фото материалдар табып, ауыл аҡһаҡалдары менән һөйләшеп, төҙәтер урындарын төҙәтеп, шәжәрәне яңырттым, — ти Ильяс Яхин.
Ҡыйғаҙытамаҡ ауылына 1859 йылда нигеҙ һалына. Бирелә беренселәрҙән булып Бабичтар төпләнә. Тарихи документтар буйынса улар 16 кантонға ҡараған Дыуан волосы Тартыш ауылынан күсеп килгән. Икенсе сығанаҡтар буйынса Бабичевтар Ҡаңлы волосының Көйөк түбә аҫаба башҡорттары. Ауылдың исеме “Ҡыйғаҙы” (йылға) һәм “тамаҡ” һүҙҙәренән килеп сыҡҡан тигән фараз йәшәп килә. Ҡыйғаҙы йылғаһының Сухояз йылғаһына ҡушылған ерендә (тамағында) урынлашҡан ауыл. Үҙ сиратында, Ҡыйғаҙы һүҙе “Ҡыр ҡаҙы” һүҙенән килеп сыҡҡан. 1859 йылда Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында 27 йорт һаналған. Уларҙа 77 ир-егет, 76 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1870 йыл яҙмаларында 40 йортта 240 башҡорт теркәлгән. Ә инде 1920 йылдың халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттә 207 йорт, 1111 кеше булған.
— Шәжәрә материалдары буйынса беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, Бабичевтар нәҫеле бик уҡымышлы, аҡыллы, эшһөйәр булған. Улар Рәсәй сиктәрен һаҡлаған, рус армияһы походтарында ҡатнашҡан. Мәҫәлән, Илекәй Бабичевтың 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полкының командиры булыуы билдәле. Бабичевтар нәҫеленә нигеҙ һалыусы Мөхтәр Бабичевтың Илекәй, Ғәйнулла, Ишбулды, Ишалы, Ишкелде исемле улдары булыуы билдәле. Мин әлеге ваҡытта Ишбулдынан киткән тармаҡты ғына ныҡлап өйрәнәм. Аңлауығыҙса, эш күп, тағы ла дүрт улының шәжәрәһен тергеҙергә кәрәк. Был, әлбиттә, бик күп ваҡыт, ныҡышмалылыҡ талап итә. Киләсәктә уларҙың шәжәрәләрен дә өйрәнергә, халыҡҡа еткерергә теләгем бар. Үҙемдең тамырҙарым да Ҡыйғаҙытамаҡ менән бәйле булыу тағы ла ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙең фамилия Яхъя ҡарт олатайҙан китә. Уның ике ҡатыны булыуы билдәле. Яхъяның улы Мотаяп — беҙҙең олатай, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1944 йылда яу яланында һәләк була. Уның Рәил һәм Рәлиф исемле улдары, Фәнүзә исемле ҡыҙы ҡала. Рәил — минең атайым. Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек: Илдар, Илъяс һәм Нәфисә. Минең үҙемдең Радим, Альберт, Гүзәл исемле балаларым бар. Радим улым беҙҙе олатай, өләсәй итте. Аллаға шөкөр, ейәндәр һөйәбеҙ. Ҡатыным Лира Мишкә районы Ҡалмаҙан ауылынан. 1984 йылда өйләнешеп, ғаилә ҡорҙоҡ. Үҙем оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында вахта ысулы менән дә эшләнем, профессиональ фотографмын. Бөгөн район Мәҙәниәт һарайында эшләйем, районыбыҙ музейҙарын етәкләйем, — тип һөйләне Илъяс Рәил улы үҙе тураһында.
Халыҡ шағиры Шәйехзада Бабичтың шәжәрәһе айырыуса иғтибарға лайыҡ. Ул 1895 йылдың 2 ғинуарында хәҙерге Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуған. Бабичевтар бында 1887 йылда күсеп килә, уға тиклем ғаилә Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәй. Ҡаңлы ырыуы ерҙәре булғанға күрә, уны указлы мулла булараҡ ғаиләһе менән Әсәнгә күсерәләр. Мөхәмәтзакир Бабичевтың Шәйехзада, Фәтҡелҡадир, Мөхәмәткәрим исемле улдары булған. Мөхәмәткәримдең бүлә-бүләсәләре бөгөн Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәй. Башҡорт халҡында шәжәрәне ир-егеттәр яғынан төҙөгәнгә күрә, ҡыҙ туғандары тураһында мәғлүмәт тулыһынса һаҡланмаған. Шәйехзада Бабичтың Фәсәхәт исемле апаһы булыуы билдәле, ул яҙып ҡалдырған шәжәрә (ҡулъяҙма) бөгөн Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы музейында һаҡлана. Нәҫел ағасы 1959 йылда ябай дәфтәр битендә ғәрәп графикаһында төҙөлгән. Ә Шәйехзада Бабич үҙенең ҡулъяҙмаһын ауылдың ҡайһылыр еренә йәшерә, үкенескә күрә, әлегә улар табылмаған. Бабичтың өс туған ағаһы Кашафетдиндың улы Нәҡи хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, хәрби комиссариатта уның фамилияһын үҙгәртеүен талап иткәндәр. Шулай итеп, ул хеҙмәткә Кашапов булып китә.
Ильяс Яхин Ҡыйғаҙытамаҡ ауылының шәжәрәһе менән 2016 йылда — Дүртөйлө районында, 2017 йылда — Балтас районында, 2020 йылда Асҡын районында үткәрелгән республика “Шәжәрә байрамы”нда ҡатнаша. Призлы урындар яулап, Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Киләсәктә лә был изге эште дауам итергә, яңы мәғлүмәттәр табырға тигән уй-маҡсаттар менән ғүмер итә Ильяс Рәил улы Яхин.

Лилиә Хәсәнова.
Мишкә районы.

Күренекле шәхестәргә бай нәҫел
Күренекле шәхестәргә бай нәҫел
Автор:
Читайте нас