Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
6 Сентябрь 2021, 04:47

Рөстәм Әлетдинов тамырҙарын барлай

"Оло әтәйем башҡорт булған, ә уның улдары татар тип яҙылған". Тамырҙары Балтас районының Имән ауылынан булған замандашыбыҙ ниндәй ниәттәр менән йәшәй?

Рөстәм Әлетдинов тамырҙарын барлайРөстәм Әлетдинов тамырҙарын барлай
Рөстәм Әлетдинов тамырҙарын барлай

“Рәсәй-1. Башҡортостан” телеканалының “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында Ҡыр-танып ырыуы вәкиле Рөстәм Әлетдинов ҡатнашып, шәжәрәһе менән таныштырҙы.

Уның тамырҙары Балтас районы Имән ауылынан. Өс йыл элек Рөстәм Әлетдинов нәҫел-нәсәбен барлай башлаған. Шәжәрә төҙөү ниәтендә күп архив материалдары менән танышҡан, XIII - IX быуаттарҙағы ревизия яҙмаларын, метрика кенәгәләрен өйрәнә.

"Оло әтәйем башҡорт булған, ә уның улдары татар тип яҙылған. Беҙҙең Имән ауылында туған башҡорт теле урынына татар теле уҡытыла башлаған. Шәжәрәне төҙөй башлағас, ғаиләбеҙгә, ауылыбыҙ тарихына бәйле бик күп факттар асыҡланды. Әле бер китаплыҡ мәғлүмәт тупланым инде. Шәжәрә буйынса баҫма әҙерләй башланым. 2024 йылда сығышы менән беҙҙең ауылдан булған башҡорт яҙыусыһы, ғалим Әхнәф Харисовтың тыуыуына 110 йыл тула. Ул миңә алыҫ туған да килеп сыға. Ошо юбилей сараларына ла әҙерлек башланды. Утта янып юҡҡа сыҡҡан музейын яңынан төҙөргә ниәтләйбеҙ. Уны асыу тантанаһына бар туғандарҙы, ауылдаштарҙы йыйырға уйлайбыҙ”, – ти Рөстәм Әлетдинов.

Фото: “Рәсәй-1. Башҡортостан” телеканалы видеоһынан скриншот.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Рөстәм Әлетдинов тамырҙарын барлай
Рөстәм Әлетдинов тамырҙарын барлай
Автор:Башҡортостан гәзите
Читайте нас