Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Атайсал
2 Сентябрь 2021, 09:48

Райондаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ

“Яҡташтар” проекты ағымдағы йылдың мартында эшләй башлағайны. Уның маҡсаты иң лайыҡлы, эштәре менән хөрмәт ҡаҙанған замандаштарыбыҙҙы, республикабыҙҙың һәр муниципалитетында, һәр ауылында йәшәүселәр ғорурлана алған кешеләрҙе асыҡлау ине. Иң лайыҡлы яҡташтар исеменә дәғүә итеүселәр араһында ҡариҙелдәр ҙә бар.

Райондаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙРайондаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Райондаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Бер ай ярым буйына ирекмәндәр һәр районда эштәре менән халыҡ танылыуы яулаған яҡташтарыбыҙҙы асыҡлап, анкета үткәрҙе. Һорау алыу «Атайсал» һәм «Яҡташтар» проекттарының 15 номинацияһы буйынса үткәрелде. Сәләмәтлек һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм ижад, йәмәғәт эшмәкәрлеге, күп балалы ғаилә, батырлыҡ ҡылған кеше, хәрби көстәр, МЧС, полиция, журналистика һәм әҙәбиәт, спорт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспорт, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ һәм дәүләт эшмәкәрлеге өлкәләре буйынса иң-иңдәр асыҡланды.
7 июндән республиканың “Голос” сайтында тауыш биреү рейтингы үткәрелде. Унда Башҡортостан халҡы бөтә дәғүәселәр араһынан иң лайыҡлыларҙы билдәләне. Благовещен, Дәүләкән, Туймазы райондары һәм ҡалалары, шулай уҡ Өфө, Ҡариҙел, Күгәрсен райондары, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары иң әүҙеме булды. Тауыш биреүселәрҙе күпләп йәлеп итеү маҡсатында “Бәйләнештә” социаль селтәре лә сараға ҡушылды.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Атайсал» проектында яҡташтарыбыҙ — шәхси эшҡыуар Фәрит Тимершин (Подлубов ауылынан) еңеүсе тип танылды. «Дәүләт эшмәкәрлеге» номинацияһында – Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары, Ҡариҙел районының элекке район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, «Мәғариф» номинацияһында – Кирҙә урта мәктәбе директоры Резеда Камалтдинова, “Йәмәғәт эшмәкәрлеге” номинацияһында – Кирҙәнән хаҡлы ялдағы Әнфис Шәйхинуров, «Сәнәғәт»тә – Ҡараярҙан «КАСОЛ» йәмғиәтенең генераль директоры Фәрзәт Шәмсетдинов, «Эшҡыуарлыҡ»та шәхси эшҡыуар Мәфҡәт Ғәйнетдинов (Сурҙы) еңеүсе булараҡ билдәләнде.
Тыуған яҡ алдындағы яҡшы эштәре халыҡ тарафынан юғары баһаланған яҡташтарыбыҙға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров проекттың дипломын һәм иҫтәлекле миҙалын тапшырҙы.
Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Райондаштарыбыҙ үҙҙәренең көндәлек һәм өлгөлө хеҙмәте менән йәмғиәтебеҙҙе төҙөй һәм нығыта.

Люция КАРАМОВА.

 

Райондаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Райондаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас