

24 - 25 августа Свердловск өлкәһендә “Ата-бабалар ораны" төбәк-ара фестивале үтә. Саралар Әртә ҡасабаһы, Красноуфимск ҡалаһы, Приданников һәм Араҡай ауылдарында уҙасаҡ.
"Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ошо проектҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм. Свердловск өлкәһе менән Башҡортостанды эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәр генә түгел, дуҫтарса мөнәсәбәттәр ҙә бәйләй. Беҙҙең төбәктә 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Башҡорт халҡының туған телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау буйынса эш ҙур әһәмиәткә эйә. Сараны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге өсөн Красноуфимск, Түбәнге Һырға һәм Әртә райондары хакимиәттәре башлыҡтарына ла рәхмәт еткерәм – фестиваль тап ошо райондарҙа уҙа, улар әҙерлек эштәренә әүҙем ҡушылды. Оҫталыҡ дәрестәре, башҡорттар тарихы буйынса лекциялар, ижади сығыштар - былар барыһы ла эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып үткәреләсәк", - тине Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Азат Сәлихов.
Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто был проект буйынса Башҡортостан Республикаһының гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының грантын отҡан. Проект мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары һәм йәштәр сәйәсәте өлкәләрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Проектҡа ярашлы, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә Өфөнән егермегә яҡын тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе барасаҡ. Сәфәр барышында башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен асыуға йүнәлтелгән саралар, оҫталыҡ дәрестәре, ошо төбәк башҡорттарының тарихы тураһында материалдар һәм китаптарҙы презентациялау һәм таратыу ҡаралған.
“Ата-бабалар ораны” төбәк-ара фестивале саралары үтәсәк урындар түбәндәгесә:
24 августа иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12.30 сәғәткә тиклем Әртә өҫтәмә белем биреү үҙәгендә ябыҡ сара;
24 августа көндөҙгө 15.00 – 20.00 сәғәттәрҙә Красноуфимск ҡала хакимиәтенең мәҙәни һәм ял үҙәге;
25 августа 8.00 сәғәттә Красноуфимск ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры, шағиры Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы;
25 августа Приданников ауылында 10.00-12.45 сәғәттә онлайн сара, "Ютуб" һәм "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәрендә трансляция ойоштороласаҡ. Ошо уҡ көндө 16.00-20.00 сәғәттә "Араҡай ауылы милли мәҙәни комплексы"нда сара буласаҡ.
Свердловск өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе ошо сараларҙа көтәбеҙ!
2021 йылда "Ата-бабалар ораны" төбәк-ара фестивале Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең дүрт төбәгендә - Свердловск, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә һәм Пермь крайында үтә.
Фото рәсми сығанаҡтан.