Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
31 Декабрь 2022, 09:00

Тайҡаш халҡына — Яңы йыл бүләге

Ҡариҙел районында быйыл өсөнсө модулле ФАП асылды.

Тайҡаш халҡына — Яңы йыл бүләге
Тайҡаш халҡына — Яңы йыл бүләге

Яңы медицина учреждениеһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проекты сиктәрендә сафҡа инде һәм Тайҡаш ауылында пациенттар өсөн үҙ ишектәрен асты.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу һәр ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс, сөнки медицина хеҙмәткәренең ауырыуҙарға, пациенттарға ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә алыуы уның эшмәкәрлегенә бәйле. Хәҙер тайҡаштарҙың да беренсел медицина ярҙамын уңайлы, заманса шарттарҙа алыу мөмкинлеге тыуҙы. Бирелә 36 йыл хеҙмәт стажына эйә Лира Тәүзих ҡыҙы Шәрипова эшләй. Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы баш табибы Юнир Нәбиулла улы Ғәлин ауыл халҡына һау-сәләмәт булыуҙарын, пунктҡа профилактика өсөн генә килеүҙәрен, ә Лира Тәүзих ҡыҙына тупланған тәжрибәгә таянып, ауылдаштары сәләмәтлеге һағында тырышып эшләргә, тигән теләктәрен еткерҙе.
Хәҙер ауыл халҡына медицина ярҙамы артынан район үҙәгенә барып йөрөргә лә кәрәкмәй, бирелә сифатлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер һәм акушерҙың ҡабул итеү, ҡарау, процедуралар яһау һәм прививкалар ҡуйыу кабинеттары, шулай уҡ санузел, персонал, пациенттарҙың ҡабул итеүҙе көтөү бүлмәләре урынлашҡан. Бинаға һыу үткәрелгән, канализация бар, электр менән йылытыла. Кабинеттар стандарт буйынса кәрәкле ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла. Проекттың төп маҡсаты булып хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу, ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙы һәм тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү тора.
Тайҡаш ауылында асылған яңы ФАП та район һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә үҙенең тос өлөшөн индерер, тип ышанабыҙ.


Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Тайҡаш халҡына — Яңы йыл бүләге
Тайҡаш халҡына — Яңы йыл бүләге
Тайҡаш халҡына — Яңы йыл бүләге
Тайҡаш халҡына — Яңы йыл бүләге
Тайҡаш халҡына — Яңы йыл бүләге
Тайҡаш халҡына — Яңы йыл бүләге
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: