2005 йылда барлыҡҡа килгән Ғиндуллиндар ғаиләһе үҙенең йәшәү рәүеше менән күптәргә өлгө булып тора. Яңы Бәрҙәш ауылы егете Юлай Ғарифулла улы Борай ауылынан дуҫ ҡыҙына туйға шаһит булараҡ килгән Роза Ҡадир ҡыҙын тәү күреүҙән оҡшата һәм күп тә тормай ғаилә ҡора. Мөхәббәтле, дуҫ-татыу ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, бер-бер артлы өс ҡыҙ донъяға килә. Өлкәндәре Альбинаға бөгөн 19 йәш. Ул 2019 йылда — Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография класын, ә 2024 йылда Ҡариҙел 2-се урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан тырыш ҡыҙ бөгөн Ҡазан федераль университетында белем ала.
Айгөлгә 14 йәш. Ул өс йәшенән музыка менән мауыға. 2024 йылда Балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано класын тик "бишле" билдәләренә генә тамамлай. Бәләкәйҙән маҡсатсанлығы менән һоҡландырған Айгөл дә апаһынан ҡалышмай, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм район конкурстарында әүҙем ҡатнаша. 2024-2025 уҡыу йылында Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ була. Айгөлдән башҡа районда бер концерт та уҙмай тиһәк тә яңылыш булмаҫ, сөнки ул үҙе генә лә, данлыҡлы “Гармония” өлгөлө балалар хорында ла йырлай. Үҙ эшенең оҫтаһы булған Евдокия Гагилева етәкселегендәге “Гармония” хоры 20 йыл эсендә юғары башҡарыу оҫталығына эйә булып, әйләнә-тирәлә иң яҡшы коллектив булараҡ танылыу алды. Ул Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында лайыҡлы сығыш яһай, һәр сараға йәм өҫтәй, йән өрә.
11 йәшлек Әминә иһә үҙен спортта таба. Ул волейбол менән етди шөғөлләнә һәм һәр ваҡыт район һәм төбәк ярыштарында призлы урындар яулай. Күптән түгел ул “Команданың иң яҡшы уйынсыһы” кубогын ала. 4-се класта уҡыусы һәләтле ҡыҙ “Гармония” өлгөлө балалар хорында ла йырлай. Өс ҡыҙ ҙа йыл һайын “Һабантуй” район халыҡ байрамын асыуҙа һәм Еңеү көнөнә арналған театрлаштырылған тамашала ҡатнаша. Улар уҡыуҙа алдынғы, өсөһөнөң дә төрлө кимәлдәге грамоталары, дипломдары, рәхмәт хаттары, сертификаттары бик күп. Шулай уҡ Альбина, Айгөл Һәм Әминә ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы ла, бөтә эштәрҙә лә булышалар.
Ҡыҙҙар татыу, берҙәм ғаиләлә ата-әсә наҙын тойоп, бәхетле үҫә.
Зөлфирә Сәфәрова.