Тәрбиәгә бала алыу — бик етди һәм уйлап, йөрәк аша үткәреп, ҡабул ителә торған эш. Ундай яуаплы аҙымға бар ата-әсә лә баҙнат итмәй. Яңы Муллаҡай ауылында йәшәүсе Ғәлимйәновтар ғаиләһендә ете бала тәрбиәләнә, улар өсөн был сабыйҙар яҡын һәм ғәзиз.
Эдик Нәзғәт улы һәм Мәдинә Ҡәнифйән ҡыҙы күп балалы ғаиләлә үҫкән, 2001 йылда ғаилә ҡорғандар. Ғаилә башлығына — 50, ҡатынына 46 йәш. Икеһе лә “Яратҡан урын” туристик базаһында эшләй. Бик тырыш, намыҫлы, яуаплы, тормошто яратыусы кешеләр. Үҙ балалары юҡ был парҙың, ләкин шулай булыуға ҡарамаҫтан, иғтибарлы, хәстәрле ысын ата-әсә улар. 2006 йылдан уллыҡҡа алынған Вилданды тәрбиәләйҙәр, ә бер аҙҙан ғаиләгә ике Ксения, Алина, Карина, Павел һәм Тимофейҙы алып ҡайталар. Ғәлимйәновтар бик ярата үҙҙәренең балаларын. Малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа ата-әсәне ярты һүҙҙән аңлай, уларға бүләк ителгән бәхетле бала саҡ өсөн бик рәхмәтле.
— Тәрбиәгә балалар алыу икебеҙҙең дә уйлап эшләнгән ҡарар булды, — тип һөйләй Мәдинә Ҡәнифйән ҡыҙы. — Вилданды беҙ 11 айлыҡ сағында алып ҡайттыҡ. Бөгөн ул Өфө урман-техник техникумының өсөнсө курсында уҡый. Уны ҡулға тәүге тапҡыр алғас та беҙҙең бала икәнлеген аңланыҡ. Әле лә улыбыҙҙың тәүге һүҙҙәре, тәүге аҙымдары, ауырыуҙары, уңыштары күҙ алдында тора.
2015 йылда ғаиләбеҙ бер юлы өс бер туған ҡыҙ менән тулыланды. Ҡыҙҙар ҙурҙар инде хәҙер. Ксения — Башҡорт дәүләт аграр университетының 1-се курсы студенты, буласаҡ ландшафт архитекторы. Алина — 11-се, Карина 8-се класта белем ала.
Өс йыл элек беҙгә Ксения тигән ҡыҙҙы алырға тәҡдим иттеләр, ул хәҙер 10-сы класта уҡый. Беҙҙең тағы ла балаларға ярҙам итә алырыбыҙҙы белеп, тәрбиәгә алған ата-әсәләр мәктәбе курсы белгестәре, мин унда әҙерлек үткәйнем, Павелды ла алыуыбыҙҙы һораны. Ул 2023 йылдың октябренән беҙҙең менән йәшәй. Һаулығы ныҡлы түгел Павелдың, етди күҙ ауырыуы бар. Ләкин беҙ 2-се класта уҡыған улыбыҙ һауығыр, тип уйлайбыҙ, бының өсөн барын да эшләргә тырышабыҙ. Һәм 2024 йылдың авгусында тәрбиәгә Тимофейҙы ла алдыҡ, ул 4-се класс уҡыусыһы.
Мәдинә Ғәлимйәнованы тыңлап, мин уның ниндәй изге күңелле кеше икәненә инандым — ул айырым йылылыҡ һәм һөйөү менән улдары һәм ҡыҙҙары тураһында һөйләне. Ул һәр баланың күңеленә асҡыс таба белгән, йөрәк йылыһын, наҙын өләшкән, һәр береһе өсөн борсола, хәстәрләй, уңыштарына ҡыуана, ауырып китһәләр, төндәрен йоҡламай.
Ғәлимйәновтар балалар яҡшы кешеләр булып үҫһен өсөн барын да эшләй. Тәрбиәгә ете бала алыуҙарына улар бер ҙә үкенмәй. Уларҙың өйө сабыйҙар өсөн үҙ-ара хөрмәт, яҡшы мөнәсәбәт, бер-берең тураһында хәстәрлек менән тулы яҡын һәм ышаныслы усаҡ булып тора.
Әйткәндәй, балалар яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, спорт менән шөғөлләнә. Барыһы ла үҙ аллы, ата-әсәгә йорт эшендә ярҙам итә.
Зөлфирә Зарипова.
Ҡариҙел районы.