Күп балалы ғаиләләр һаны йылдан-йыл арта, шул иҫәптән Йылыш ауылында ла. Әлеге яҙмала һүҙ шундайҙарҙың береһе — биш бала тәрбиәләгән хәстәрлекле әсә Любовь Яковлевна Исеметова тураһында.
“Ғаилә һәр кеше өсөн мөһим, бигерәк тә балаларға, сөнки ғаиләлә генә улар ысын кеше булып үҫә, яҡлаулы һәм таяныслы була”, — тигән һүҙҙәрҙән башланы әңгәмәне күп балалы әсә. “Әсә кеше ниндәй булырға тейеш?” — тигән һорауға ул: “Изге күңелле, тыныс холоҡло, аңлаусан, һәр бала өсөн өҙөлөп тороусан, яратҡан һәм бәхетле!” — тип яуапланы. Ә үҙе ул, ысынлап та, шундай әсә. Зифа буйлы 45 йәшлек гүзәл затҡа ҡарайһың да, әсә булыуҙың ул күңел торошо икәнен аңлайһың. Кемдер бер бала таба ла, мең сәбәп эҙләп, башҡаса әсә булыуҙан баш тарта. Ә кемделер мең сәбәп тә, сығымдар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә борсомай. Бындай ҡатындар бер һүҙһеҙ бай: улар ғаиләһендә балалар көлөүе бер ҡасан да тынмай, яратыуы сикһеҙ, һәр бала уңышы өсөн һөйөнә белә. Шуға ла Любовь Яковлевна: “Балаларым — минең шатлығым!” — ти бәхетле йылмайып.
Күп балалы әсә ғәзиздәренең барыһы ла яҡшы булыуын теләй. Өлкәне Екатеринаға — 27 йәш. Ул Мишкә ауылында “21-се быуат” магазинында һатыусы булып эшләй. Ике йәшлек Радионды тәрбиәләй. 24 йәшлек Сергей Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй. Георгий — 6-сы, Егор — 5-се, кеселәре Евгений 1-се класта белем ала.
Любовь Исеметова (ҡыҙ фамилияһы Вәлиева) Мишкә ауылында тыуған.
— Беҙ ғаиләлә икәү үҫтек. Мин бер ҡасан да балаларым күп булыр тип уйламаным. Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде. Тәүге ирем Артур менән ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ тыуҙы. 2010 йылда мин тол ҡалдым. Бер йылдан һуң яҙмыш ҡушыуы буйынса мин Герман Пашкин менән таныштым. Ул минең икенсе тормош иптәшем булды. 2012 йылда улыбыҙ Георгий тыуҙы, ә һуңынан тағы ла ике улға ғүмер бирҙек. 2023 йылда иркен өй төҙөп сыҡтыҡ, — тип һөйләй ул.
Күп балалы ата-әсә ишле ғаиләне ҡарағанда үҙ көсөңә генә таянырға кәрәклеген яҡшы белә. Ғаилә башлығы Герман Иванович Себерҙә эшләй. Шуға ла ире вахтала булғанда әсә кеше уҡыусы малайҙар менән ваҡытын күберәк үткәрергә тырыша.
Любовь Яковлевна — ғаилә усағын һаҡлаусы хәстәрлекле әсә. Әйткәндәй, ул бер ҙә тормош мәшәҡәттәренән арыған ҡатын-ҡыҙға оҡшамаған. Ҙур ғаилә ҡарау уның өсөн ауыр түгел. Иң ҙур хәстәре уның шунда: балалар күп булған һайын улар өсөн күберәк ҡайғыраһың. Ә тулҡынланыу, көйөүҙәрҙән бер ҡайҙа ла ҡасып булмай. Әсә булыуҙан туҡтап тороп булмаған кеүек.
Хужабикәгә ҡул ҡаушарып ултырырға ваҡыт юҡ. Көн һайын йөҙ төрлө эш башҡарырға: өй йыйыштырырға, ашарға бешерергә, кер йыуырға, шул арала балаларға ла иғтибар бүлергә кәрәк. Дүрт йыл элек Любовь Яковлевна “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Беҙ ҡәҙимгесә йәшәйбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ һәм наградалар тураһында уйламайбыҙ ҙа. Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә тырышабыҙ, намыҫ ҡушҡанса йәшәргә, эшкә өйрәтергә. Шулай ҙа “Әсәлек даны” миҙалы күңелде йылыта, ишле бала ҡарауға ҙур бүләк был, шуға ла ҡиммәтле. Был миҙал сабыйҙарҙы лайыҡлы тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен нығытҡан һәм әсәлектең социаль әһәмиәтен күтәргән өсөн тапшырыла, — ти Любовь Яковлевна.
Күп балалы ғаиләнең шөғөлдәренең береһе — сәйәхәт ҡылыу һәм тәбиғәттә ял итеү. Уларҙың ғаилә бәхете рецепты үҙҙәренсә: яратырға, хөрмәт итергә, бар эште лә бергәләп башҡарырға, бер-береңде яҡларға. Тағы ла — ябай кешелек мөнәсәбәттәрен һаҡларға һәм үҙ ғаиләң менән ғорурланырға. Асыҡ күңел һәм изге йөрәк менән йәшәргә.
Светлана Тоймырҙина.
Мишкә районы.