Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Уларҙың тормош юлы — йәштәргә өлгө

Асҡын ауылының “Йәшлек” паркында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сағыу байрам уҙҙы.

Уларҙың тормош юлы — йәштәргә өлгө
Уларҙың тормош юлы — йәштәргә өлгө

 Унда район хакимиәте башлығы Динис Йосопов ҡатнашып, 50 йыл татыу ғүмер кисергән ғаилә парҙарын — Ҡышлауйылғанан Мәүлизә һәм Шәрифғәли Фазлыевтарҙы, Иҫке Күскилденән Алия һәм Йәмил Әхмәҙуллиндарҙы, Әлйәгештән Әдибә һәм Рәфиз Сәйфиндарҙы, Иҫке Ҡаҙансынан Флорида һәм Дарвин Ғәбитовтарҙы, Ҡубияҙҙан Фәйрүзә һәм Рифғәт Вәлинуровтарҙы ихлас тәбрикләне. Юбилярҙар фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, бәхетле ғүмер кисергән, тәрбиәле балалар үҫтергән. Уларҙың тормош юлы йәштәргә өлгө булырлыҡ.
Шундай һоҡланғыс парҙарҙың береһе — Әлйәгеш ауылынан Әдибә һәм Рәфиз Сәйфиндар тырыш хеҙмәте, ярҙамсыллығы, үҙҙәре өлгөһөндә тырыш балалар үҫтереүе менән ауылдаштары араһында хаҡлы рәүештә хөрмәт яулаған.
Рәфиз Ильяс улы мәктәпте тамамлағандан һуң Асҡында водитель һөнәренә уҡып, ғүмере буйы уға тоғро ҡала, эшен һәр саҡ оло яуаплылыҡ менән башҡара. Уға яҡшы эшләгәне өсөн Яңы Ҡаҙансы ауылындағы “Яҡты шишмә” шифаханаһына юллама бирәләр. Бирелә ул буласаҡ тормош иптәше — Яңы Ҡаҙансы һылыуы Әдибә Шәрифйән ҡыҙын осрата. Ярты быуат элек ике йәш йөрәк араһында ҡабынған һөйөү уты матур ғаилә усағын ҡабыҙып ебәрә. Йәштәр ике йылда атай-әсәйҙәре ярҙамы менән өй һалып сыға. Тормоштарына йәм өҫтәп, бер-бер артлы дүрт бала: өс ул һәм бер ҡыҙ донъяға килә.
Балалары тырышып уҡый, һөнәр үҙләштерә, ныҡлы ғаилә ҡороп, матур ғүмер кисерә. Ата-әсәгә бала ҡайғыһы күрергә лә тура килә: өлкән улдары фажиғәле вафат була. Ҙур юғалтыу, әлбиттә, улар йөрәгенә уңалмаҫ яра һала, әммә Сайфиндар ҡалған балалары, ейәндәре хаҡына йәшәргә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша.
Әдибә апай менән Рәфиз ағай ауылдаштарына матур өлгө күрһәтеп, тырышып донъя көтә. Улар мал, ҡош-ҡорт ҡарай, баҡса тултырып еләк-емеш, йәшелсә үҫтерә. Элегерәк бал ҡорттары ла тотҡандар.
Тормошобоҙҙан ҡәнәғәтбеҙ. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора. Өйҙә барлыҡ уңайлыҡтарҙы ла тыуҙырҙылар. Бәхет өсөн күп кәрәкмәй, ил-көндәребеҙ генә тыныс булһын ине, — ти Сәйфиндар.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: