Зөһрә Сәләхова 1948 йылдың 26 февралендә Иҫке Бикмәт ауылында тыуған. Тыуған ауылында белем алып һәм артабан Борайҙа урта мәктәпте тамамлағас, Бөрө педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Шунда ул ғүмерлек тормош иптәшен — Радик Хәсән улын осрата. Икеһе лә бер үк факультет студенттары була. Йәштәр 1967 йылдың 14 декабрендә ЗАГС-ҡа инә, ә 1968 йылдың мартында гөрләтеп студент туйы үткәрә. Артабан икеһе лә юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Түбән Һикеяҙ ауылы мәктәбенә эшкә ҡайта.
Мәктәп шунда уҡ үҙенең күңелле мәшәҡәттәре менән йәш белгестәрҙе йәлеп итә: ижади дәрестәр, дәрестән һуңғы саралар, бөтмәҫ йәмәғәт эштәре. Радик Хәсән улы — 40, Зөһрә Сәхи ҡыҙы 35 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән балаларға төплө белем биреп, хаҡлы ялға сыға. Икеһе бергә, бер үк фәндән, бер урында эшләү дәүерендә хеҙмәттәрен иңде-иңгә терәп башҡара, оло тәжрибә туплай, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм хеҙмәттәштәре араһында оло абруй ҡаҙана.
Зөһрә Сәхи ҡыҙы тормош иптәше Радик Хәсән улы менән ғүмерҙәрен тулыһынса мәғарифҡа бағышлап, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, Түбән Һикеяҙ ауылында матур, парлы тормош юлы үтә. Һәр ата-әсә өсөн балалар тәҙрәләге яҡтылыҡ кеүек. Зөһрә һәм Радик Сәләховтар өсөн дә ҡыҙҙары — тәҙрәләге ҡояш нурҙары. Балаларының өсөһө лә тормошта үҙ урынын тапҡан. Оло ҡыҙҙары Резеда Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлап, өс тиҫтә йылға яҡын инженер-проектсы булып эшләй. Уның һөнәри юлын улы Рөстәм лайыҡлы дауам итә.
Ҡыҙҙары Наилә менән Рита икеһе лә Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғәт-география факультетын тамамлай. Наилә Радик ҡыҙы күп йылдар инде ғаилә эшҡыуарлығы менән уңышлы шөғөлләнә. Ә Рита Радик ҡыҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитеты секторы мөдире булып эшләй.
Ауылда Сәләховтарҙы һәр кем ихтирам итә, был — балалары өсөн дә ҙур ғорурлыҡ. Уларҙың оло йөрәгенә, киң күңеленә һоҡланмай мөмкин түгел. Һәр бер килгән туғанға, ҡунаҡҡа асыҡ йөҙлө, киң күңелле булып, күрше-тирәләрен ихтирам итеп, хөрмәтләп йәшәй улар. Баҡсаларында ниндәй генә еләк-емеш, йәшелсә үҫтермәйҙәр, ниндәй генә сәскә, гөлдәр биҙәмәй уларҙың йорт-тирәһен?! Һәр йыл һайын баҡсаларындағы уңышты йыйып, эшкәртеп, тәмле-тәмле ҡайнатмалар яһап, балаларына, ейәндәренә шатланып өләшәләр.
— Әсәйебеҙ һәм атайыбыҙ бик сабыр һәм уңған кешеләр. Үҙҙәренең өлгөһөндә хеҙмәт яратырға, һәр эшебеҙҙе еренә еткереп башҡарырға өйрәттеләр. Бер ҡасан да юҡлыҡты тойманыҡ, барлыҡта үҫтек, тырыш хеҙмәте менән улар бар нәмәне лә булдырҙы. Атай-әсәйебеҙгә рәхмәт хистәребеҙ сикһеҙ. Улар һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Хәҙер инде ғаиләлә алған тәрбиәне үҙебеҙҙең балаларға еткерәбеҙ, — ти ҡыҙҙары.
Сәләховтарҙың уңғанлығы, тырышлығы — күптәр өсөн өлгө. Ауыл халҡы менән дә уларҙың мөнәсәбәте һәр саҡ яҡшы, һәр кешегә ихтирам менән ҡарап, кәрәк саҡта кәңәштәре менән уртаҡлашып йәшәйҙәр.
— Тәүлектең ҡайһы ваҡытында Зөһрә апайға хәл белеп инһәң дә, ул һәр кемде яҡты йөҙ, мул табын менән ҡаршы ала. Уның белмәгән, эшләмәгән эше юҡтыр, —тип маҡтай мөләйем хужабикәне ауылдаштары.
Яҙмам геройҙары хаҡлы ялда ла тынғы белмәй, барлыҡ ихтыяр көсөн дин ҡанундары менән йәшәүгә йүнәлтә. Зөһрә Сәхи ҡыҙы күп йылдар инде ауыл мәсетендә ауылдаштарына ғәрәп телен өйрәнергә ярҙам итә. Ул кешеләргә игелекле ғәмәлдәр башҡарыуынан үҙен бәхетле итеп тоя.
Сәләховтар ғаиләһе 2022 йылдың 14 декабрендә бергә бәхетле ғүмер итеүҙәренең 55 йыллығын билдәләне. Зөбәржәт туй — йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Зөбәржәт бит ул — тоғролоҡ, ихтирам, ихласлыҡ, ышаныс һәм аҡыл символы булған һирәк осрай торған таш.
Йәштәр ошондай күркәм ғаиләләрҙән үрнәк алһын ине. Ысынлап та, тормош асылын, бәхетле ғаилә нигеҙен әллә ҡайҙан ситтән дә, китап биттәренән дә эҙләргә түгел. Сәләховтар кеүек ошондай дан ғаиләләрҙең йәшәү өлгөһөндә улар.
“Тормошоғоҙ мул, ғүмерегеҙҙе яратҡан эшегеҙгә, ғаиләгеҙгә арнағанһығыҙ. Тимәк, һеҙ — бәхетле кеше”, — тигән һорауыма:
— Эйе, мин бик бәхетле, — тип йылмая Зөһрә Сәхи ҡыҙы. — Ғүмеремдең һәр бер көнөндә мин кемгәлер кәрәк булыуымды тойҙом. Туғандарыма, ауылдаштарыма ябай ғына ярҙамым менән булышам икән — мин бәхетле. Балаларыбыҙ тормошта үҙ юлын тапты. Был — үҙе оло бәхет. Тормош иптәшем менән бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, терәк булып йәшәүебеҙгә лә 56 йыл булды. Булған эштәребеҙҙе бергәләп, өмәләр менән күңелле итеп башҡарабыҙ, ялдарҙы ла бергә мул табын артында үткәрәбеҙ. Был бәхет түгелме?
Зөһрә Сәхи ҡыҙының оло тормош тәжрибәһенән сығып әйтелгән яуабы менән килешмәй мөмкин түгел.
Зөһрә һәм Радик Сәләховтарҙың күркәм нәҫел дауамы — балаларында һәм ейән-ейәнсәрҙәрендә. Өлкәндәрҙең өлгөһө, уларҙың рухи хазинаһы йәш быуындың яҡты киләсәгенә нигеҙ булып тора. Өләсәй һәм олатайҙы ейән-ейәнсәрҙәрҙең тормоштағы уңыштары, ҡыуаныстары һөйөндөрөп кенә торһон һәм, иң мөһиме, күркәм ғаилә традициялары артабан да шулай дауам итһен.
Фирғәт НӘБИУЛЛИН.