Иҫке Ҡаҙансы ауылында Хәләф Хәтип улын туғандары көтөп тора ине. Ике туған апаһы Әнфисә Мөхәмәт ҡыҙы Рәхмәтованың йортона туҡталдыҡ. Унда Хәләф ағайҙы күрергә тип Свердловск өлкәһенән, Ҡазандан, Балтас районынан, хатта Яҡутиянан да ике һәм өс туғандары ҡайтҡайны.
Ғүмер буйы совхозда фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, бөгөн хаҡлы ялда булған ҡунаҡсыл Әнфисә апай туғандарын бай өҫтәл әҙерләп, ихлас көтөп торған.
Балтастан килгән Хәлизә Васфинур ҡыҙы Ғәбитова илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ҡайтҡан туғандарына нәҫел ептәрен аңлатып, шәжәрә төҙөргә кәрәклеген еткерҙе. Шуныһы һөйөнөслө, араларында шәжәрә төҙөү менән янып йөрөүселәр ҙә бар икән! Һеңлеһе Разия Әхмәтзәки ҡыҙының Яҡутиянан ҡайтҡан Наталья ҡыҙы нәҡ шундай маҡсат менән туғандар менән осрашыуға килгән. Ул барыһын да тәфсирләп яҙып барҙы.
— Бөгөн бында башлыса ике туғандар йыйылдыҡ. Беҙҙең Ниғмәтулла олатайҙың ете балаһы була: Тәғлимә, Тәскиә, Фәрзәт, Әхмәтзәки, Тәлғәт, Өлфәт, Шәмселбаян. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе генә — Шәмселбаян абзый ғына бөгөн иҫән. Ул Балтас районында йәшәй, — тип һөйләне Хәлизә апай.
Свердловск өлкәһенән ҡайтҡан Әлфирә, Рәфидә апайҙар ҙа бала саҡ хәтирәләрен яңыртып, ихлас әңгәмәгә ҡушылды. Ә йәшерәктәр, уларҙың балалары, ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.
Йыраҡ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан Хәләф ағай ҙа туғандарын күреүгә бик шат ине. Һәр береһенә иҫтәлеккә бүләктәр әҙерләгән, Сәғүд Ғәрәбстанынан алып ҡайтҡан зәм-зәм һыуынан дә һәр береһенә өлөш сығарҙы. Изге сәфәре тураһында һөйләп, туғандарына матур теләктәрен, кәңәштәрен еткерҙе.
Гөр килешеп аралашҡан туғандарға ҡарап, һоҡланып йөрөп ҡайттым Иҫке Ҡаҙансы ауылынан.
Наилә Имаева.