Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
16 Июль 2023, 09:00

Ерҙә һәр ғаилә үҙенсәлекле

Иҫке Бағаҙы ауылынан Вәлиевтар 50 йыл татыу ғүмер кисерә

Ерҙә һәр ғаилә үҙенсәлекле
Ерҙә һәр ғаилә үҙенсәлекле

Бәхетле ғаилә тигән һүҙгә күпме мәғәнә һалынған! Атай-әсәйҙәрҙең, туғандарҙың иҫән-һау булыуы, һайлаған йәрең менән тигеҙ, татыу ғүмер итеү, балаларҙың көндәлек сыр-сыуҙарына ҡыуаныу! Эштән арып-талып киткәндә лә, ауырығанда ла яҡын кешеләреңдең бер йылы һүҙе йәшәүгә көс-дәрт уята! Бер ниндәй дәрәжә лә ғаилә наҙын, йылылығын алмаштыра алмай. Республикабыҙҙа 50, 60 йыл йәшәгән парҙарҙы тәбрикләү күптәндән килгән матур йола. Иҫке Бағаҙы ауылында уҙған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин бер нисә юбиляр ғаиләне ихлас ҡотланы. Наилә һәм Хәнифйән Вәлиевтар нәҡ шулар рәтендә булды.

Уразбахты ауылы егете Хәнифйән Хәфизйән улы менән Зиннәт ауылы ҡыҙы Наилә Рашат ҡыҙы 50 йыл элек матур ғаилә ҡорған. Улар икеһе лә бәхет эҙләп әллә ҡайҙа йөрөмәгән, илдәр гиҙмәгән, тыуған яҡтарына тоғро ҡалып, үҙ ояларын булдырған.
Ғаилә башлығы мәктәпте тамамлағас, әрме сафында артиллерист булып хеҙмәт итә. Наиләһе менән йәшлек дәрте ташып, янып-көйөп эшләп йөрөгән мәлдә танышып, ҡауыша. Вәлиевтарҙың йәшлеге тап совхоздар гөрләп торған ваҡытҡа тура килә. Шуға ла Хәнифйән Хәфизйән улы төрлө техниканы “ауыҙлыҡлай” ала, кәрәк икән машинаға, тракторға ултыра, кәрәк икән комбайнда елдерә. Шофер, тракторсы, комбайнер, механизатор һөнәрҙәрен намыҫ менән башҡара ул. Наилә Рашат ҡыҙы ла хеҙмәт юлын туған совхозында һауынсы булып башлай. Ул күптән тарих битендә генә ҡалған фермаһын, ауылдаш әхирәт-апайҙары менән тырышып һөт бидондарын тултырыуҙарын әле булһа иҫкә ала. Шул уҡ ваҡытта ул ашнаҡсы ла була, хатта китапханасы һөнәрен дә үҙләштерә. Вәлиевтарҙың тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында уларҙың төрлө йылдарҙа алынған күп һанлы Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары һөйләй. Хәҙер инде улар күптән хаҡлы ялда.
Шул ғүмер эсендә Вәлиевтар ниҙәр генә кисермәгән: 50 йыл буйына шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла уртаҡ булған. Ошо йылдарҙа дүрт өй һалып сығырға насип була. Татыу ғаиләнең мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы дүрт бала донъяға ауаз һалған. Улдары Ринат, Данир, Радик, ҡыҙҙары Мәҙинә - Вәлиевтарҙың оло ғорурлығы. Улар икеһе лә бер кәңәштән булып, балаларына матур тәрбиә биреп үҫтерә. Һәр береһенә туйҙар яһап, үҙ аллы тормош һуҡмағына баҫтырғандар. Килендәрен үҙ ҡыҙҙарылай күреп, кейәүҙәрен үҙ улдарылай итеп, нәҫелдәре арта барыуына ҡыуанышып туя алмай улар.
Эйе, Наилә менән Хәнифйән Вәлиевтар хәҙер 14 ейән-ейәнсәренә, дүрт бүлә-бүләсәренә өлгөлө, һөйөклө, хәстәрлекле өләсәй һәм олатай. Оло йәштә булһалар ҙа, уларҙағы дәрт-дарман кеселәрҙе көнләштерерлек! Ауыл эштәрен улар һәр ваҡыт бергә ең һыҙғанып башҡарҙы, халыҡ ни менән шөғөлләнһә, улар шуларҙың барыһына ла батыр йөрәк менән бергәләп тотондо. Шуға ла йыл һайын баҡсала һәр саҡ йәшелсә, емеш-еләк гөрләй, ихата гөлгә күмелә.
Алтын туйҙарын билдәләгәндә Вәлиевтар бик матур ҡотлауҙар ишетте, бүләктәр ҡабул итте, шулай ҙа иң ҙур ҡаҙаныштары – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре! Улар һәр саҡ шатландырып ҡына торһон.

Гөлнара Солтанова.

Ерҙә һәр ғаилә үҙенсәлекле
Ерҙә һәр ғаилә үҙенсәлекле
Ерҙә һәр ғаилә үҙенсәлекле
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: