Биш балаға ғүмер биргән Лилиә Фәүрис ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде (һүрәттә).
Дүртөйлө ауылынан Лилиә Фәүрис ҡыҙы урта мәктәпте Яңы Бәрҙәш ауылында тамамлай. Ғаилә башлығы Олег Владимирович иһә сығышы менән Ҡайыр ауылынан, ул ауыл бөтөрөлгәс, ата-әсәләре Абыҙ ауылына килеп төпләнә. Лилиә менән танышып, ғаилә ҡорғандарына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ошо арала бер-бер артлы сабыйҙары Розана, игеҙәктәре Риана менән Диана, улдары Денис һәм төпсөктәре Арина донъяға килгән. Липатовтар Абыҙ ауылында йорт һалып инде, балаларын да бик матур итеп тәрбиәләй. Розана әлеге ваҡытта Бөрө кооператив техникумында белем ала, Риана менән Диана быйыл — 2-cе, Денис 1-се класты тамамланы, кескәй Арина балалар баҡсаһына йөрөй. Улар һәр ваҡыт ыҫпай кейенә, игеҙәктәр уҡыу алдынғылары ла. Ата-әсәләренең икеһенең дә туған телен яҡшы беләләр.
— Ишле бала тәрбиәләүҙең ауырлығын күрмәйем. Киреһенсә, улар ярҙамсыл, эшһөйәр булып үҫә. Өлкәнерәктәре кеселәрен ҡарап, уларға хәстәрлек күрһәтә, — тип шат йылмая Лилиә Фәүрис ҡыҙы.
Липатовтарҙы ауылда яҡшы беләләр. Сөнки Олег Владимирович һыу ҡоролмалары буйынса оператор булып эшләй. Лилиә Фәүрис ҡыҙы ла тиҙерәк декрет ялының үтеүен теләп, яратҡан эшенә барырға ашҡына.
Гөлнара Солтанова.