Ғаиләлә атай һүҙе, атай абруйы, атай тәрбиәһе ҙур роль уйнай. Ҡариҙел районында сәләмәт тормош алып барған, үҙ өлгөһөндә балаларына, ейәндәренә матур тәрбиә биргән, бар яҡтан да уңған ғаилә хужалары — үрнәкле атайҙар бихисап. Шуларҙың береһе — Йәштәр микрорайонында йәшәүсе Таһир Әғзәм улы Мөниров.
Таһир Әғзәм улы Асҡын районы Солтанбәк ауылында алты ҡыҙҙан һуң төпсөк малай булып донъяға килеп, апайҙары ҡанаты аҫтында үҫкән. Атаһы Әғзәм Мөнир улы һәм әсәһе Фәүзиә Зиннур ҡыҙы улдарын яҡшы тәрбиә, белем биреп, хеҙмәт һөйөргә өйрәтеп үҫтергән.
Таһир Әғзәм улы ижади һәм спорт һөйөүсе шәхес. Райондаштары уны иҫ киткес оҫта гармунсы, йырсы булараҡ белә. Бәләкәй сағынан уҡ ул йыр-моңға ғашиҡ була, гармунында моңланып та, дәртләнеп тә ниндәй генә көйҙәр сығармай?!
Урта мәктәпте тамамлағас, Таһир Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға инә. Шул йылдарҙа буласаҡ тормош иптәше Ҡариҙел районы Яҡуп ауылы ҡыҙы — бейеүсе Рәфиләне осрата. Йәштәр оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәс, ғаилә ҡора. Икеһе лә Ҡариҙел район Мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын башлай. Таһир мәҙәниәт йортонда директор вазифаһын башҡарһа, Рәфиләһе “Йәшлек” бейеү ансамблен ойоштора. Юғары белем алыу теләге ғаилә башлығын Силәбе мәҙәниәт институтына алып килә. Бында ул иҡтисад бүлеген тамамлай. Дипломлы белгес Ҡариҙел коммуналь хужалығына баш иҡтисадсы булып эшкә урынлаша. Бер ни ҡәҙәр эшләгәс, баш инженер була, һуңыраҡ етәксе итеп үрләтелә. “Монтажсервис” йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын да башҡара. Шулай итеп, 20 йылдан ашыу ғүмерен коммуналь хужалыҡҡа бағышлай. Бында ла Таһир Әғзәм улы үҙен булдыҡлы етәксе итеп күрһәтте, хеҙмәттәштәре араһында абруй яуланы. Уны бер нисә тапҡыр район Советы депутаты итеп тә һайланылар. Фиҙаҡәр хеҙмәте бик күп Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән, Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығының Почет грамотаһы менән дә бүләкләнде.
Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн коммуналь хужалыҡҡа арнаһа ла, Таһир Әғзәм улы күңеле менән мәҙәниәт кешеһе булып ҡала, гармун күректәренә лә туҙан ҡундырмай. Шуға ла ул яңынан мәҙәниәт өлкәһенә эшкә килде – райондың тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы директоры итеп тәғәйенләнде. Тәжрибәле етәксе булараҡ, эштең үҙенсәлектәрен тойоп алыу менән, ең һыҙғанып тарихыбыҙҙы үҫеп килгән быуынға еткереү теләге менән яна башланы. Һәм маҡсатына иреште лә. Милли мәҙәниәт буйынса программа туплап, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә райондың уҡыусыларына, килгән ҡунаҡтарына матур саралар ойошторҙо. Бер юлы Ҡариҙел күп функциялы ауыл клубында эшләп килгән “Сихри моң” гармунсылар түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнеүен дауам итә. Был ансамбль һуңғы йылдарҙа ҙур уңыштарға иреште. Яңы ғына Яңауыл ҡалаһынан Гран-при яулап ҡайттылар. Шулай итеп, ниндәй генә мәҙәни сара уҙмаһын, Таһир Әғзәм улы һәр ваҡыт йөҙөк ҡашындай уның үҙәгендә була.
Ғаилә башлығының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Йәштәр микрорайонында яңы йорт һалып сығып, тормош иптәше Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы менән Айгөл һәм Илсур исемле балалар үҫтереп, 39 йыл татыу, тулы тормошта донъя көтә. Эшләгәндең ашы бар, тигәндәй, ғаилә башлығы күп йылдар мал үрсетте, әле кинәнеп баҡса үҫтерә. Мөнировтар балаларын ижад юлынан ситкә тайпылдыртманы. Һәләтле балалары әсәләренә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөғәллим ҡыҙына оҡшап, бик оҫта бейей. Икеһенең дә бейеү сәнғәте буйынса яулап алынған призлы урындары күп. Бөгөн Илсур Өфөлә инженер селтәрендә ремонттар үткәреү начальнигы булып эшләй, ә ҡыҙҙары Айгөл — Ҡариҙел ауылының Пенсия фондында әйҙәүсе белгес-эксперт.
Мөнировтар инде күптән өләсәй-олатай булыу бәхетен кисерә: ҡыҙҙары Айгөл кейәүҙәре Илдус менән Камил, Залинаны үҫтерә. Ә улдары Илсур менән килендәре Альбина Мурат һәм Миланаға һөйөклө атай-әсәй.
Быйыл “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында ҡатнашыу тәҡдиме булғас та, Таһир Әғзәм улы ғаиләһен йыйып алып, ҡуйылған маҡсатына иреште. Ейән-ейәнсәрҙәре, балалары менән бергә бик матур видеояҙма әҙерләп, төбәк буйынса 1-cе урынды яуланы.
Гармунда, ҡурайҙа уйнаған Таһир Әғзәм улын яҡташтары сәләмәт тормош алып барыусы итеп тә белә. Тәмәке тартыуҙы бөтөнләй хупламай ул, үҙе лә тартмай, улын да шуға өндәп тәрбиәләгән. Таһир Әғзәм улы велосипедта йөрөргә, һыу инергә, сәйәхәт итергә ярата. Ҡышын ул саф һауала саңғыға баҫа, конькиҙа шыуа. Ҡатыны, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә уның менән һәр ваҡыт бергә.
Бергә парлы булып, балалар, ейән-ейәнсәрҙәре ҡыуанысында сәләмәт тормош алып барғас, бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа һиҙелмәй. Моң аша Таһир Әғзәм улы үҙенең хистәрен тарата, яҡындарына, яҡташтарына дәрт-дарман өҫтәй.
Гөлнара Солтанова.