Район үҙәгендәге майҙан төрлө тамашалар менән гөрләп торҙо. Шулай ҙа иң ҙур иғтибар күркәм ғаиләләргә бүленде. Был көндө район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин Ҡариҙел ауылында йәшәүсе Фәрзәнә Мәүләүи ҡыҙы һәм Нәфис Хәсән улы Латыповтарҙы бергә йәшәүҙәренә - 60, Байҡы ауылынан Зөлфиә Әхмәтвәли ҡыҙы һәм Вәғизйән Ниғәмәтйән улы Камилйәновтарҙы 50 йыллыҡ юбилейҙары менән ҡотланы.
Шулай уҡ районыбыҙҙа быйыл иң беренсе тыуған бала – Камила исемле ҡыҙҙың ата-әсәһе Ҡариҙелдән Лилиә Фәнил ҡыҙы һәм Бәхтиәр Фиҡрәт улы Ғөбәевтар ҙа тәбрикләнде.
Ҡорош ауылынан Щеголевтар ғаиләһенә иһә, игеҙәк ҡыҙҙары менән ҡотлап, автокреслолар тапшырҙылар.
Гөлнара Солтанова.