Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
21 Декабрь 2022, 10:18

Һеҙ күп балалы ғаиләме? Тимәк, был һеҙҙең өсөн!

Аҡса нисек бүленә? Түләүҙе нисек алырға? Ул 2023 йылдың 31 декабренә тиклем бирелә.

Һеҙ күп балалы ғаиләме? Тимәк, был һеҙҙең өсөн!
Һеҙ күп балалы ғаиләме? Тимәк, был һеҙҙең өсөн!

Күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау буйынса ярҙамдан нисек файҙаланырға?

Хөкүмәт ипотека түләүсе күп балалы ғаиләләргә ярҙам сараларын оҙайтты https://vk.cc/cjTQI9

Түләүҙе 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа өсөнсө йәки артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр ала. Ә кредит килешеүен 2024 йылдың 1 июленә тиклем төҙөргә мөмкин.

Түләү бер кредит буйынса бер тапҡыр ғына бирелә. Уны ипотека ҡаплауға йүнәлтелгән әсәлек капиталы менән берләштерергә була.

Мөһим! Балалар Рәсәй Федерацияһы граждандары булырға тейеш. Бынан тыш, атаһы йәки әсәһе ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу хоҡуғы юҡҡа сығарылһа, был бала иҫәпкә алынмай.

- Ниндәй объекттарға ҡағыла?

2024 йылдың 1 июленә тиклем ипотекаға алынған фатирға (шул иҫәптән өлөшләтә ҡатнашыу йәки хоҡуҡтарҙы икенсе кешегә тапшырыу килешеүе буйынса), йортҡа йәки төҙөлөш участкаһына.

- Аҡса нисек бүленә?

Сумма төп бурысты ҡаплатыуға йүнәлтелә. Әгәр ул 450 мең һумдан аҙыраҡ булһа, аҡсаның ҡалған өлөшө проценттарҙы ҡаплатыуға китәсәк. Әгәр был аҡса төп бурысты ҡаплау өсөн етмәһә, клиенттың теләге буйынса айлыҡ түләүҙе кәметәләр йәки кредиттың ваҡытын ҡыҫҡарталар.

- Түләүҙе нисек алырға?

Документтар тапшырыуҙың ике ысулы бар:

1. Дәүләт хеҙмәттәре аша онлайн https://vk.cc/cjTRQQ

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә мөмкин. «ДОМ.РФ» акционерҙар йәмғиәтенең программа операторы ғаризаны тикшерә һәм кредиторҙан, Федераль һалым хеҙмәтенән һәм «Росреестр»ҙан бөтә кәрәкле мәғлүмәтте үҙаллы һоратып ала. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта оператор хупланған сумманы ипотеканы ҡаплау өсөн туранан-тура кредиторға күсерә.

2. Кредитор аша

Ғаилә ипотека биргән банкҡа кредит бурысын ҡаплау тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт итә. Кредитор, ғаризаны ҡарап, «ДОМ.РФ» акционерҙар йәмғиәтенә ебәрәсәк. Ул, үҙ сиратында, ғаризала күрһәтелгән мәғлүмәтте тикшереү өсөн кәрәкле документтар һорап аласаҡ. Әгәр түләүҙе хуплаһалар, оператор ипотеканы ҡаплау өсөн кредиторға аҡса күсерә.

Һорауҙарығыҙ ҡалдымы? Дом.рф сайтында (https://vk.cc/cfHKnb) күп балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы тураһындағы мәғлүмәт һәм ипотеканы ҡаплатыу буйынса күрһәтмә менән түбәндәге һылтанма буйынса танышығыҙ: https://vk.cc/c3aze3.

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-12-21/e-k-p-balaly-ail-me-tim-k-byl-e-e-s-n-3080612
Һеҙ күп балалы ғаиләме? Тимәк, был һеҙҙең өсөн!
Һеҙ күп балалы ғаиләме? Тимәк, был һеҙҙең өсөн!
Автор:
Читайте нас: