Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
27 Ноябрь 2022, 10:00

Иң ҙур байлыҡ — ғаилә бәхете

Эльвера һәм Фәрит Солтановтар өсөн иң мөһиме ғаилә именлеге

Иң ҙур байлыҡ — ғаилә бәхете
Иң ҙур байлыҡ — ғаилә бәхете

Элек-электән әбей-бабайҙарыбыҙ ғаиләнең тырыш, татыу, берҙәм һәм бәхетлеме икәнлеген белгең килһә, йортона һәм баҡсаһына күҙ һал, тиер булған. Ә был, ысынлап та, шулай. Булдыҡлы ғаилә бар донъяны, тирә-яҡты йәмлерәк һәм матурыраҡ итергә тырыша. Эште үҙ йортонан башлай. Районыбыҙҙағы ошондай уңған ғаиләләрҙең береһе — Маты ауылынан Солтановтар.


Солтановтар ғаиләһе матурлыҡ һәм муллыҡта йәшәй, барлыҡ туғандары, дуҫтары, күршеләре өсөн ишектәре һәр ваҡыт асыҡ, күңелдәре киң. Ауыл тормошонан йәм һәм тәм табып йәшәй улар. Ғаилә башлығы Фәрит Солтан улы Асҡын районының Ҡыйғаҙы мәктәбендә физика фәненән балаларға белем бирә, ә тормош иптәше Эльвера Ғәлихан ҡыҙы ауыл клубы мөдире булып эшләй. Улдары һәм ике ҡыҙҙары ата-әсәнең ғорурлығы.
Һәр ғаилә бәхете күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙан тора, тиһәк тә хата булмаҫ. Ул ғаилә усағын һаҡлай, мөхәббәт уты һүнмәһен өсөн бер туҡтауһыҙ ялҡын өҫтәп тора. Был фекер менән ғаилә башлығы Фәрит Солтан улы ла килешә. Солтановтарҙың ғаилә усағын һаҡлаусы Эльвера Ғәлихан ҡыҙы 1971 йылдың йәмле көҙөндә Маты ауылында тыуа. Ул ишле ғаиләлә алтынсы ҡыҙ булып донъяға килә. Атаһы Ғәлихан ағай райондың алдынғы тракторсыһы була. Тырыш хеҙмәте өсөн “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнә. Ә әсәһе Фәрғиә апай һауынсы булып эшләй.

 

Солтановтар ғаиләһе  тураһында тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең 30 ноябрҙә донъя күрәсәк  22-се һанында уҡый алаһығыҙ.

 


Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Иң ҙур байлыҡ — ғаилә бәхете
Иң ҙур байлыҡ — ғаилә бәхете
Иң ҙур байлыҡ — ғаилә бәхете
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: