Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
23 Октябрь 2022, 09:00

Ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға ярҙам итәсәк

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағында «Ғаилә» танышыу клубы асылды.  

Ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға ярҙам итәсәк
Ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға ярҙам итәсәк

–  Үҙенсәлекле офлайн осрашыуҙа йәштәрҙе ғаиләгә әҙерләйбеҙ һәм бер-береһе менән таныштырабыҙ. Был башы ғына, ә артабан ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу өсөн ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары буйынса аңлатыу эштәре алып барырға ниәтләйбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, «Ғаилә» клубы беҙҙең барыбыҙға ла ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға ярҙам итәсәк.

Тиҙҙән Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының мобиль ҡушымтаһында мосолмандар өсөн танышыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Ошондай ғәмәлдәребеҙҙең һөҙөмтәһендә буласаҡ мосолман ғаиләләре өсөн яҡшы эштәр тормошҡа ашырылыуына бик шатмын, – тип хәбәр итә үҙенең «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә Айнур хәҙрәт Бирғәлин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова

https://ye102.ru/articles/novosti/2022-10-19/ail-imm-tt-ren-ny-ytyr-a-yar-am-it-s-k-2995541?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға ярҙам итәсәк
Ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға ярҙам итәсәк
Автор:
Читайте нас: