Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
30 Июль 2022, 10:00

Мөхәббәттә һәм тоғролоҡта

Марина һәм Василий Хәйбуллиндар 38 йыл иңгә-иң терәп татыу ғүмер итә

Мөхәббәттә һәм тоғролоҡта
Мөхәббәттә һәм тоғролоҡта

Районыбыҙҙың Мағашлы-Алмантай ауылында йәшәүсе өлгөлө Хәйбуллиндар ғаиләһенә күптән түгел “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды. Был иҫтәлекле ваҡиға Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә булды.

Марина һәм Василий Хәйбуллиндарҙың ғаиләһе 38 йыл иңгә-иң терәп татыу ғүмер итә. Ныҡлы ғаилә мөхәббәткә, тоғролоҡҡа һәм бер-берең тураһында ҡайғыртыусанлыҡҡа нигеҙләнә, ти улар. Хәйбуллиндарҙың тормош тәжрибәһе күптәргә өлгө булырлыҡ. Улар икеһе лә оло ихтирамға лайыҡ уҡытыусылар.
Ташлыйылға ауылы ҡыҙы 1983 йылда Мағашлы-Алмантай ауылына һатыусы булып эшкә килә. Шул ваҡытта Марина һәм Василий танышып китә, күп тә үтмәй, 1984 йылда, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләргә ҡарар итә. Йәш ғаилә бәхетен тулыландырып, 1985 йылда улдары донъяға килә. Уны етеш, мул тормошта, пар ҡанаттар ышығында үҫтерәләр. Артабан Марина Минелкаевна Бөрө дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә һәм хеҙмәт юлын уҡытыусы булып дауам итә. Хәҙер инде улдары тормош иптәше Надежда менән Нефтекама ҡалаһында йәшәй, ике ул үҫтерәләр.
Шул ваҡыттан күпме йылдар уҙған, күпме һыуҙар аҡҡан, ә уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәте, ихлас һөйөүе һүрелмәгән. Улар әле лә бер-береһен ҡайғыртып, терәк булып, үҫтергән улдарының, ейәндәренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ғүмер һуҡмағынан парлап атлай.
— Ғүмерҙәре буйына тормош юлын тиң һәм тигеҙ үткән, ауырлыҡтарҙан һынмаған-һығылмаған атай-әсәйебеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Ҡәҙерлеләребеҙҙең әлеге көндә иҫән-һау булыуына, изге теләктәренән ташламай, беҙгә ныҡлы терәк булыуҙарына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ, — ти улдары Евгений.
Хәйбуллиндар ғаиләһе матурлыҡта һәм муллыҡта йәшәй, барлыҡ туғандары, дуҫтары, күршеләре һәм таныштары өсөн ишектәре гел асыҡ, күңелдәре киң. Улар һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл тормошонан йәм һәм тәм табып йәшәй белеүсе тырыш ғаилә.
— Бергә татыу ғүмер итеү ҡағиҙәләре бик ябай: бер-береңде тыңлап, юл ҡуйып йәшәү — иң мөһиме! Ғаиләлә һүҙгә килгән осраҡта бер ҡасан да бер генә кеше ғәйепле булырға тейеш түгел. Икебеҙҙә лә ғәйеп бар тип, дуҫлашыу юлын эҙләргә кәрәк, — ти Марина Минелкаевна.
“Бергә оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәү сере нимәлә?” — тигән һорауға Василий ағай бер аҙ уйланып, тормош иптәшенә йылмайып ҡарап:
— Матур йәшәү сере, тәү сиратта, бер-берең менән аңлашып йәшәүҙә, тип уйлайым. Икенсе урында — сабырлыҡ. Өсөнсө урында — бер-береңә хөрмәт менән ҡарау. Тормош булғас, ауырлыҡтар ҙа килә, гел яратышып ҡына йәшәп тә булмай, ә хөрмәт, ихтирам булғанда ғаиләне һаҡлап ҡалырға мөмкин, — тине.
Бер-береһен һайлап яңылышмаған улар, халыҡ әйтемендәгесә, “силәгенә күрә ҡапҡасы”. Улар — ғаиләлә бер-береһенә терәк, һөйөклө ир менән ҡатын, улдары һәм уның ғаиләһенә ҡайғыртыусан атай менән әсәй, ике ейәненә ҡәҙерле олатай һәм өләсәй, күрше-күлән, туған-тыумаса, дуҫ-иш, ауылдаштарына уларҙың ышанысын, хөрмәтен яулаған киң күңелле кешеләр.


Фирғәт Нәбиуллин.

Мөхәббәттә һәм тоғролоҡта
Мөхәббәттә һәм тоғролоҡта
Автор: Зимфира Нартдинова
Читайте нас