Республикабыҙҙың төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш сиге буйлап Ҡариҙелдең уң яҡ ярында урынлашҡан Асҡын районы тәбиғәт шарттары буйынса бер аҙ ҡырыҫыраҡ төҫлө тойолһа ла, эшсән, булдыҡлы халҡының ихласлығы, эскерһеҙлеге, ҡунаҡсыллығы менән күңелдә йылы тойғолар ғына уята. Ихласлыҡ – бала саҡ иленән ҡалған сафлыҡ сифаты, ә хеҙмәт һөйөүсәнлек тормошто аңлағандар өсөн – иң ҙур бәхет.
Ошо ерҙе йәмләп йәшәйҙәр
Тап ошондай матур тәбиғәтле, урман һәм һыу ресурстарына бай төбәкте юҡһынып, йәмле йәй дауамында төйәк итеп, йыл да биләмәнең күл һәм быуаларына аҡҡоштарҙың парлашып төшөүенә ғәжәпләнәһе лә түгел.
Любимовка ауылы эргәһендәге быуала биш-алты аҡҡоштоң рәхәтләнеп һыу ҡойоноуын ситтән генә күҙәтергә насип итте. Районда ҙур сәнәғәт предприятиеларының, юлдарҙан гөжләп уҙышҡан машиналар ағышының булмауы, асҡындарҙың хуш күңеллелеге, һиллек һәм үҫемлектәр донъяһына бай мөхит ана шулай йыл да аҡҡоштарҙы үҙенә тарта торғандыр. Бында йәшәгән халыҡтың ипле, тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл булыуы ла күҙгә ташлана. Һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе, Упҡанкүл ауылы эргәһендәге һаҙлыҡ һәм күлде, Асҡын заказнигын, Көнгәктәге ҡарағайлыҡты, фәнни яҡтан әһәмиәткә эйә 160-180 йыллыҡ боронғо ҡарағаслыҡты улар күҙ ҡараһындай һаҡлап, киләсәк быуындарға тапшырыу уйы менән йәшәй.
Тыуған төйәгенә мөкиббән китеп, һайлап алған һөнәренә, хеҙмәтенә һәм ғаиләһенә аҡҡоштарҙай тоғролоҡ һаҡлап, ошо ерҙе йәмләп йәшәгән асҡындар ҙур хөрмәт тойғоһо уята. Шуларҙың береһе – район үҙәгендә ғүмер иткән Шәрәфетдиновтарҙың хеҙмәт династияһы.
“Атайым беҙҙең менән ғорурланды”
Гүзәлиә менән Рафаэль Шәрәфетдиновтарҙың иркен, ҡалалағынан һис кәм булмаған, бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, заманса техника менән йыһазландырылған ҙур йорттары бөгөн туғандарҙың күбеһен үҙенә йыйған. Атайҙары Ҡәҙим ағай менән Вәсиға апай иҫән булһа, улдары, ейәндәре менән ҡайһылай һөйөнөп, ғорурланып ултырыр ине, тип ирекһеҙҙән уйлап ҡуяһың.
Уларҙың тәрбиәләп үҫтергән алты улы ла водитель һөнәрен һайлаған, төпсөк ҡыҙҙары Фәмдүнә лә ағайҙарынан ҡалышмаған – мотоциклды “эйәрләгән”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер туғандары – Альфред ағайҙары вафат булып ҡалған. Инде хаҡлы ялға сыҡҡан, сәстәре салланған хеҙмәт ветерандары бөгөн дә уны яратып, ҙур хөрмәт менән иҫкә алды. “Уға ҡарап, тиңләшергә, техниканы өйрәнергә, атай-әсәйҙең “уң ҡулы” булырға тырыштыҡ. Ағайыбыҙҙың улы Әлфир ҙә – тәжрибәле водитель, – ти Шәрәфетдиновтар. – Үҙе Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә тәүге көндәрҙән ҡатнашты. Ғүмер буйы “Сельхозтехника”ла эшләне. Ҡеүәтле “КамАЗ” машинаһын йөрөттө”.
Был водитель-механизаторҙар династияһының хеҙмәт стажы – 300 йылға яҡын. Рафаэль Ҡәҙим улы әйтеүенсә, “беребеҙ ҙә ситкә китмәне, ғүмер буйы колхозда механизатор, бригадир булып эшләгән атайыбыҙҙың хеҙмәт юлын дауам иттек. Үҙем ағайым һымаҡ “Сельхозтехника”ла 1994 йылға тиклем эшләгәндән һуң юл мастеры булып киттем. Асҡын – Көнгәк, Асҡын – Ҡубыяҙ, Асҡын – Баҙансат һәм башҡа автомобиль юлдарын һалыуҙа эшләнем, аҙаҡ производство-техник бүлек инженеры булдым. Ошо уҡ вазифала “Автотранс” йәмғиәтендә эшләнем. 2010 йылдан башлап бөтә республика буйлап трассанан ауылдарға инеү юлдарын һалыуҙа ҡатнаштым, ҡайҙа – асфальт, ҡайҙа ҡом-ҡырсын түшәлде. Компьютер нескәлектәрен үҙләштерергә тура килде. Хәҙер хаҡлы ялда булһаҡ та, тик тормайбыҙ, шәхси хужалыҡта ла эш етерлек. Ҡатыным Гүзәлиә санэпидемстанцияла баш бухгалтер булды. Өлкән ҡыҙым Лиана – Екатеринбург ҡалаһындағы Тау университетында кадрҙар бүлеге белгесе. Эммабыҙ минең кеүек төҙөлөштә производство-техник бүлек инженеры, башҡарылған эшкә бөтә документтарҙы әҙерләй”.
Әйткәндәй, Рафаэль Ҡәҙим улының тырыш хеҙмәте III дәрәжә Дан ордены менән баһаланған, 1989 йылда Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы менән бүләкләнгән.
– Дыуамал йәшлек йылдарында Ҡәҙим ҡарттың алты улы, беҙ булабыҙ инде, алты “КамАЗ”-ды “эйәрләп” ауылға ҡайтып төштөк. Машиналарҙы ҡуйырға урыны ла юҡ әле. Атайҙың ҡеүәтле “тимер ат”тарҙы егеп, ауыл урамдарын геүләтеп ҡайтып төшкән малайҙары менән ғорурланыуы йөҙөнә сыҡҡан, уны һөйөндөрөүебеҙ өсөн үҙебеҙ шатланабыҙ... Атай-әсәй менән бергә йәшәгән күңелле мәлдәрҙе оноторлоҡ түгел. Ғөмүмән, “техника ене ҡағылған” атайыбыҙ балалары менән, ә беҙ атайыбыҙ менән ғорурлыҡ кисереп йәшәнек, – ти Фәғәнәүи Ҡәҙим улы, ата-әсәһен хөрмәт менән иҫкә алып. – Быларҙы атайҙары гел генә маҡтап торған, тип уйламағыҙ. Ул бит “Урал” колхозында уңған, талапсан бригадир ине, кәрәк булһа, “Беларус” руленә лә ултырҙы. Өс йәштән мине үҙе менән йөрөттө. Ошо ваҡыттан уҡ ат дилбегәһен ышанып тоттора торғайны. Талапсан атайҙан шелтә алған саҡтар ҙа булманы түгел, уларҙың һәр береһе беҙҙең өсөн шифалы һабаҡ ҡына ине.
Бер мәл ат миңә буйһонмай, ситкә алып сығып китте, икенсе тапҡыр яңылыш “Беларус” тракторының тәҙрәһен ваттым... Билдәле инде, ныҡ ҡына эләкте.
Алтыбыҙ ҙа армия хеҙмәтен намыҫ менән үтәнек. Тәүҙә Благовещенда тимер-бетон комбинатында слесарь, оператор булып эшләнем, ниндәй генә һөнәрҙәр үҙләштермәнем – шымартыусы, фрезлаусы, токарь... 90-сы йылдарҙа Бәләбәйҙә шоферлыҡҡа уҡып танытма алдым да “КамАЗ”-ға ултырҙым. “Быныһын булдырҙың, хәҙер экскаваторҙа эшләп ҡара” тип яңы техникаға ултырттылар. Һуңғы йылдарҙа автосервиста токарь булдым. Хаҡлы ялға сыҡһам да, Казаков урамындағы “электр-көтөүсе”не тәьмин итеп, контролләп торам әле, – тип шаярта йор һүҙле Фәғәнәүи Ҡәҙим улы.
Баҡһаң, Асҡын ауылы халҡы малды күпләп аҫрай, ун көтөүҙәре бар, ул шуларҙың береһен, электр сымдары менән уратып алынған биләмәләге мал-тыуарҙы ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алған. Район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә баш бухгалтер булып эшләгән ҡатыны Илһөйәр менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Венера – Өфө ҡалаһы дауаханаһында шәфҡәт туташы, Луиза – Нижневартовскиҙа сауҙа өлкәһендә, Альбина балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Шәрәфетдиновтарҙың дүртенсе улдары Рәзиф хәрби хеҙмәткә киткәнсе үк водитель һөнәрен үҙләштерә. “Сельхозтехника”ға эшкә урынлаша.
– Беҙҙең “КамАЗ” машинаһында йөрөмәгән ер ҡалмағандыр ҙа. Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия илдәре, Ленинград, Төмән, Мәскәү һәм башҡа бик күп ҡалаларға йөк ташыныҡ, – ти Рәзиф Ҡәҙим улы, артта ҡалған күңелле хеҙмәт йылдарын хәтерләп.
– 1992 йылда илдә ҡатмарлы, буталсыҡ осор ине. Фанера тейәп, Ташкент ҡалаһына киттек. Илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында, яңы документтар әҙер булғансыға ҡәҙәр, сит ҡалала бер ай буйы йәшәргә тура килде. Сәфәрҙәрҙең һәр береһе үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Ҡәҙим ағай килендәренә һүҙ тейҙермәгән...
Рәзиф Ҡәҙим улының хәләл ефете Рушания – балалар баҡсаһында музыка етәксеһе, кескәйҙәрҙе йыр-моңға йәлеп итә. Үҙе лә Асҡындан. “Шәрәфетдиновтарҙың шыр малайҙар үҫкән ҙур ғаиләһен, уларҙың тырышып донъя көтөүҙәрен, шуҡлыҡтарын бәләкәйҙән күреп үҫтем. Ҡәҙим ағай менән Вәсиға апай улдарын хеҙмәт һөйөргә, оло ғаиләлә берҙәмлекте һаҡларға яҡшы өйрәткән, уның емештәрен хәҙер күрәбеҙ, – ти Рушания.
– Балаларыбыҙҙың йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ, улыбыҙ Азат быйыл Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамланы, ҡыҙыбыҙ Эльвира Өфө ҡалаһы хакимиәтендә эшләй.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: килендәр был ҙур ғаиләлә һис кенә лә “килен кеше – кәм кеше” әйтемендәге кеүек ситләтелмәгән, киреһенсә, донъяға йәм биреүсе, ышаныслы таяныс, ғаиләне йылытыусы ҡояш булараҡ ҡабул ителгән.
– Атайыбыҙ беҙҙең менән генә түгел, иштәребеҙҙе дөрөҫ һайлауыбыҙҙы хуплап, килендәре менән ғорурланыуын йәшермәне. Һәр береһенә йылы һүҙ тапты, яҡшы мөнәсәбәттә булды. Кеше араһында һүҙ сыҡһа, “минең килендәрем шәп, райком менән райсоветта ғына эшләй” тип күпертеп, шаяртып ала торған ғәҙәте лә бар ине, – тип иҫкә алды уландары Ҡәҙим ағайҙың.
Үкенескә күрә, Шәрәфетдиновтарҙың Венер һәм Әҙип исемле улдарын тап итә алманыҡ, улар эштә булып сыҡты. Венер Ҡәҙим улы – тәжрибәле водитель, әле газ менән заправкалау станцияһында оператор булып эшләй. Ағайҙары кеүек “Сельхозтехника”ла хеҙмәт иткән. Оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ҡатыны Нурия менән өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәне Ленар атаһы кеүек водитель һөнәрен һайлаған. Вадим Санкт-Петербургта – кинорежиссер, Ринат Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған, Өфөлә эшләй.
Әҙип – Ҡәҙим ағай менән Вәсиға апайҙың кинйә улы. Юл-төҙөлөш предприятиеһында “КамАЗ” машинаһын йөрөтә. Ҡатыны Фәнилә бухгалтер булып ҙур ойошмаларҙа эшләгән. Улдары Фәрит тә атаһы кеүек водитель, Краснодарҙа ғаиләһе менән йәшәй. Ҡыҙҙары Эльвина уҡытыусы һөнәрен һайлаған.
Ниһайәт, сират Шәрәфетдиновтарҙың берҙән-бер ҡыҙы, төпсөктәре Фәмдүнә Юнысоваға ла килеп етте. Ул Бөрө ҡалаһында кооператив техникумын тамамлай, оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итә. Тормош иптәше Зәнүн – механизатор, Себерҙә ҡеүәтле автогрейдер машинисы булып эшләй. Улдары Рәбис – Яза башҡарыу федераль хеҙмәте системаһында алдынғыларҙың береһе, ведомство миҙалдарына лайыҡ. Артур улдары – “Метта” компанияһында сифат хеҙмәте инженеры. Икеһе лә башлы-күҙле булып, балалар үҫтерә.
Хәҙерге көндә Ҡәҙим ағай һәм Вәсиға апайҙың 15 ейән-ейәнсәре һәм 22 бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың да ата-әсәһенән өлгө алып, хеҙмәткә тоғролоҡ һаҡлап, ғаиләгә оло мөхәббәт, тиң һөйөү менән бағып йәшәүҙәренә иманыбыҙ камил. Хеҙмәтен намыҫлы үтәгән кеше, ҡайҙа ғына эшләмәһен, хур булмаҫ.
Динә Арыҫланова
Фото:Резеда Шәңгәрәева