Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
5 Июль 2022, 14:57

Бөрө ҡалаһында Ғаилә көнөнә арналған фестиваль үтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  8 июлдә Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған республика  фетсивалендә ҡатнаша.

Бөрө ҡалаһында Ғаилә көнөнә арналған фестиваль үтә
Бөрө ҡалаһында Ғаилә көнөнә арналған фестиваль үтә

  Был хаҡта ул бөгөнгө  оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.   

«8 июлдә хәҙер инде  Президент указы менән  бөтә ил Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләйәсәк.  Ошо айҡанлы Бөрө ҡалаһында республика фестивале үтә.   Мин дә унда ҡатнашам, эш сәфәрем буласаҡ», – тине республика Башлығы.   

Ул шулай уҡ  хөкүмәт ағзаларына күп халыҡ ҡатнашлығында үтәсәк был ҙур сараға  ныҡлап әҙерләнергә  ҡушты. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Бөрө ҡалаһында Ғаилә көнөнә арналған фестиваль үтә
Бөрө ҡалаһында Ғаилә көнөнә арналған фестиваль үтә
Автор:
Читайте нас: