Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
1 Июль 2022, 15:38

Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә

8 июлдә Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған ҙур фестиваль уҙғарыла. Сара ҡунаҡтары – танылған Рәсәй йырсылары Наталья Сенчукова менән Виктор Рыбин. 

Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә
Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә

Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған ҙур фестиваль уҙғарыла.

8 июлдә Бөрө ҡалаһындағы  Изге Троицк кафедраль соборы майҙанында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған күркәм фестиваль үтәсәк.

Байрам төшкө сәғәт өстә майҙанда халыҡ күңел асыуҙары, йәрминкәләр, гастро-фестиваль менән башлана.

Киске сәғәт биштә байрам концертында эстрада йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар никахта торған һәм лайыҡлы балалар үҫтергән ғаиләләрҙе тәбрикләү, наградалар һәм бүләктәр тапшырыу тантаналары үтәсәк. Сара ҡунаҡтары – танылған Рәсәй йырсылары Наталья Сенчукова менән Виктор Рыбин. Ҡала буйынса экскурсиялар ойоштороу күҙаллана.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә
Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә
Автор:
Читайте нас: