Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
29 Май 2022, 09:00

Һигеҙ бала — һигеҙ шатлыҡ

Ситниковтар ғаиләһендә һәр кемдең үҙ вазифаһы һәм яратҡан шөғөлө бар

Һигеҙ бала — һигеҙ шатлыҡ
Һигеҙ бала — һигеҙ шатлыҡ

Күп балалы ғаиләлә күңелһеҙләнеп ултырып булмай. Бында барыһы ла бергә эшләй, бергә ял итә. Иҫке Бурны ауылында йәшәүсе Ситниковтар ғаиләһендә лә шулай. Улар һигеҙ бала тәрбиәләй.

Ситниковтар урындағы Кандара исемле күл буйында йәшәй. Йортта биш велосипед тора, ишек алдында бихисап балалар аяҡ кейеме. Тартмала яңы тыуған балаларын ҡосағына алып бесәй ята. Өй артында — ике эт. Баҡса һөрөлгән, түтәлдәрҙә һуған сығып килә. Һарайҙан тауыҡтарҙың ҡытҡылдаған тауышы ишетелә.
Хужаларҙың 100 квадрат метр тирәһе майҙанлы өйө менән танышабыҙ. Ике ҙур йоҡо бүлмәһе, иркен зал, аш һәм алғы бүлмәләр, ике веранда. Торлаҡ булмауы ла ҡайһы саҡта ғаилә тарҡалыуҙың бер сәбәбе булып тора бит.
— Беҙ йәшләй өйләнештек, — тип һөйләй Виолетта Вәғим ҡыҙы. — 15 йыл иремдең ата-әсәһе менән торҙоҡ, һуңынан сертификатҡа өс бүлмәле өй һатып алдыҡ. 13 йыл социаль торлаҡ алыуға сиратта торҙоҡ. 2020 йылдың декабрендә, ниһайәт, сертификат тапшырҙылар һәм май айында ошо өйҙө алдыҡ.
Әлбиттә, беренсе һорауым күп бала ҡарау тураһында булды. “Ауыр түгел”, — тине ишле бала әсәһе. Тормош иптәшең ышаныслы икән, шулайҙыр.
Бөрө ҡалаһында тыуған Виолетта тормош иптәше менән Иҫке Бурны ауылында киске уйында таныша. Шул ваҡыттан башлап бергәләр.

Евгений умартасы һөнәрен үҙләштерә, һуңынан электромонтерға ла уҡып сыға. Виолетта массажға уҡый, ашнаҡсы һөнәрен дә ала. Донъя табыш килтерә торған сығанаҡтар эҙләргә мәжбүр итә.
Балалар менән танышып китәйек. Беренселәре Данилға 23 йәш инде, медицина-фармацевтика колледжын тамамлаған, хеҙмәт итеп ҡайтҡан һәм әле Бөрө ҡалаһында ашығыс ярҙам фельдшеры булып эшләй. Глебҡа — 22 йәш, Өфөлә ресторанда шеф-ашнаҡсы вазифаһын башҡара. 18 йәшлек Каролина БДУ-ның Бөрө филиалында мәктәпкәсә белем биреү факультетында 1-се курста уҡый, вуздың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.
15 йәшлек Назар 8-се класта белем ала. Ата-әсәнең төп ярҙамсыһы ул. 14 йәшлек Ангелина 7-се класта уҡый, тасуири итеп шиғырҙар һөйләй, сәхнәлә сығыш яһарға ярата. Игнатҡа 11 йәш, 4-се класта уҡый. Тырыш малай атаһы менән бергә балыҡҡа ла, һунарға ла йөрөй. 10 йәшлек Глафира 3-сө класты тамамлай, бейергә ярата. 1-се кластағы Есения ғаиләлә иң шаяны һәм шуғы, көн буйына йырларға һәм әйләнергә лә әҙер.
Иҫке Бурныла бына шундай татыу һәм тырыш ғаилә йәшәй. Ситниковтар фекеренсә, хәҙер йәштәр юҡҡа бер-ике бала менән генә сикләнә. Аңлашыла, әлбиттә, матди ауырлыҡтар бар. Ләкин улар һәр ваҡыт булған һәм буласаҡ. Ситниковтар һимертергә үгеҙҙәр алырға ниәтләй, 10 сутый ерҙә — бәрәңге, һигеҙ сутыйҙа йәшелсә үҫтерәләр. Көҙөн бергәләп ҡайнатмалар һәм тоҙланмалар әҙерләйҙәр.
Бала тыуыуы — ул оло шатлыҡ бит! Ҙур ғаиләлә тәрбиә, хеҙмәткә өйрәтеү эше лә яҡшы ойошторола.
— Иң мөһиме, балаларҙы яратыу, хәстәрләү. Шул уҡ ваҡытта ата-әсә үҙе лә балаларға өлгө булырға тейеш. Өйҙә һәр береһенең эше һәм яратҡан шөғөлө булыу мөһим. Беҙҙең малайҙар һәм ҡыҙҙар бер-береһенә һәр саҡ терәк булыр, тип ышанам, — ти Виолетта Ситникова.
Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, күп балалы ғаиләләр һирәгерәк тарҡала. Ата-әсә мөхәббәте барлыҡ матди, психологик һәм социаль ауырлыҡтарҙы сисергә ярҙам итә. Аҡыл эйәләре фекеренсә, ғаилә барлыҡҡа килһен өсөн мөхәббәт менән тоғролоҡҡа наҙ ҡушырға һәм барыһын да бергә йәшәлгән йылдар һанына ҡабатларға кәрәк.


Ольга Платонова.
Бөрө районы.

Һигеҙ бала — һигеҙ шатлыҡ
Һигеҙ бала — һигеҙ шатлыҡ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: