Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
28 Май 2022, 10:00

Ихтирам һәм һөйөүгә нигеҙләнгән

ғаиләлә балалар ҙа бәхетле, көслө рухлы, маҡсатсан булып үҫә

Ихтирам һәм һөйөүгә нигеҙләнгән
Ихтирам һәм һөйөүгә нигеҙләнгән

Светлана һәм Салауат Хәмәтйәровтар йәшәүҙең мәғәнәһен, тормоштоң ҡәҙерен белеп, тирә-йүндәгеләргә өлгө булып, Борай ауылында бәхетле ғүмер кисерә. Ҡорған донъялары етеш, тормоштары түңәрәк уларҙың.
— Бәхетлемен, Аллаға шөкөр. Йәнәшәмдә иғтибарлы, изге күңелле, бар эшкә лә оҫта, хәстәрлекле тормош иптәшем, тормошобоҙҙоң биҙәге булған балаларыбыҙ һәм һәр иртә шатланып барырлыҡ яратҡан эшем бар, — ти Светлана ханым.
Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Светлана Хәмәтйәрова балалар тәрбиәләүҙәге һәм ғаилә традицияларын нығытыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн 2017 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Етәксе өҫтәле артында ултырған заман менән бергә атлаусы был гүзәл затты һис кенә лә биш бала әсәһе тип уйламаҫһың.


— Биш балаға ғүмер бирҙек, икеһе үҫеп, буй еткерҙе инде. Лариса Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, бөгөн Өфөлә эшләй. Юлиә Башҡорт дәүләт университетында һуңғы курста уҡый, быйыл ҡулына диплом аласаҡ. Мин үҙем ике балалы ғаиләлә үҫтем, шуға ла күп балалы әсә булыу теләге йәштән килде. Аллаға шөкөр, хыялдарым тормошҡа ашты, — ти Светлана Таһир ҡыҙы.
Хәмәтйәровтарҙың улдары Руслан — 9-сы, Рөстәм 4-се класта уҡый, ә төпсөктәре Илдар быйыл көҙ 1-се класҡа бара.


Был ғаиләлә бер-береңде хөрмәт итеү, аңлау, ярҙам итеү, туғанлыҡ ҡиммәттәре иң беренсе урында тора. “Беҙҙә олатай, өләсәй тәрбиәһенә лә ҙур иғтибар бирелә”, — ти Светлана Таһир ҡыҙы. Светлананың әсәһе Әлфирә Ғата ҡыҙы һәм атаһы Таһир Фазылбәк улы өсөн ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшеү – иң ҙур бәхет. Районда “кендек инәһе” булып танылған Эмма Исхаҡ ҡыҙына ла улы Салауаттың биш балаһын һөйөү бәхетен Хоҙай үҙе насип иткәндер. Светлана Таһир ҡыҙы Воркутала үҫеп, 11-се кластың аҙағына ғына Борай мәктәбенә ҡайта. Сит мөхиттә тәрбиәләнһә лә, бөгөн туған телендә матур итеп һөйләшеүе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеүе һоҡландыра.

Ғаилә башлығының да эше тынғыһыҙ. Салауат Суфияр улы күп йылдар “Жилищник” йәмғиәтендә баш инженер булып эшләй.
“Татыу, башҡаларға үрнәк булырлыҡ йәшәүҙең сере бармы?” тигән һорауға Светлана ханым: “Бер-береңде аңлап, кәрәк саҡта ғәфү итә белеп, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡанда, асыу һаҡламайынса, кәңәшләшеп, хөрмәт итеп йәшәүҙәлер, минеңсә”, — тип яуап бирҙе. Тормош иптәшенең һүҙҙәрен хуплап, әңгәмәгә Салауат Суфияр улы ла ҡушылды:
— Әгәр ҙә ғаилә ағзаларының береһе эше йә иһә белеме буйынса юғары икән, ул уны оноторға тейеш, сөнки ғаиләлә улар — тигеҙ. Яңы ғаилә ҡороусыларға түҙемлек теләйбеҙ. Боронғолар юҡҡа ғына: «Сабырлыҡтың төбө — һары алтын», тип әйтмәгән.


“Ғаилә — ул кес кенә дәүләт. Әгәр ҙә һәр кем үҙ дәүләтендә тәртипле, бер-береһенә ҡарата кешелекле, юл ҡуйыусан hәм сабырыраҡ булһа, йәмғиәт тә яҡшы яҡҡа үҙгәрер”, — ти Светлана Таһир ҡыҙы.
Хәмәтйәровтар – заман менән бергә атлаусы, маҡсатсан, йүнсел ғаилә. Бала үҫтерәбеҙ тип, үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнамайҙар: районда үткән сараларҙа ҡатнашалар, һәр яңы башланғысты ихлас күтәреп алып, уны тормошҡа ашыралар. Балаларын да аҡыллы, белемле итеп тәрбиәләп, һәр береһенең һәләтен асып, уны артабан үҫтереү өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға тырышалар. Бына шулай үҙҙәренең уңғанлығы, әүҙемлеге менән барыһын да һоҡландырып йәшәй улар.


Гөлназ Ханова.
Борай районы.

Ихтирам һәм һөйөүгә нигеҙләнгән
Ихтирам һәм һөйөүгә нигеҙләнгән
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: