Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
3 Март 2022, 09:53

Ғаилә усағын һаҡлаусы ла, рухиәтебеҙҙе яҡлаусы ла – әсә

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2022” конкурсының финалы һәм бүләкләү тантанаһы үтте.

Ғаилә усағын һаҡлаусы ла, рухиәтебеҙҙе яҡлаусы ла – әсә
Ғаилә усағын һаҡлаусы ла, рухиәтебеҙҙе яҡлаусы ла – әсә

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2022” конкурсының финалы һәм бүләкләү тантанаһы үтте. Сара айҡанлы фойела халҡыбыҙ оҫталарының ҡул эштәренән, милли биҙәүестәренән торған бай күргәҙмә ойошторолдо. Был сит өлкәләрҙән килгән ҡунаҡтар өсөн айырыуса ҡулайлы ине – һәр килеүсе тәүҙә уның менән танышып, үҙенә оҡшаған әйберҙәр алып кинәнде.

Сараның төп өлөшө ултырыштар залында уҙҙы. Байрам ҡунаҡтарын һәм еңеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне.

– “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсында ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләйем. Ерҙә иң юғары тәғәйенләнеш – әсә булыу. Ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡлай. Дини башланғыстарҙы, туған телде, халыҡ традицияларын һаҡлауҙа, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Йыл да “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң сағыу, әүҙем йәмәғәтселәрҙе берләштереп, ил тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелә. Унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта, география киңәйә. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һайлаған һөнәрҙәрендә юғары үрҙәргә өлгәшә. Төрлө һөнәр вәкилдәре – сәйәсмәндәр, ғалимдар, уҡытыусылар, табиптар, эшҡыуарҙар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, халыҡ оҫталары, йәштәр хәрәкәттәре лидерҙары йәмғиәттә киң танылыу яулай, – тип әйтелә Башҡортостан Башлығының сәләм хатында.

“Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” проекты авторы һәм етәксеһе, Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина тантаналы өлөштә “Ҡатын-ҡыҙ – әсә” номинацияһында еңеүселәрҙе — күп балалы әсәләрҙе бүләкләне.

– “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” – был һүҙҙәрҙә күп быуатлыҡ аҡыл сағыла. “Ир-бала үҫтерһәң – ир-ат тәрбиәләйһең, ҡыҙ бала үҫтерһәң – милләт тәрбиәләйһең”, тиҙәр халыҡта. Һәр кеше өсөн үҙ әсәһе милләт әсәһе булып тора. Йәмғиәт һәм Тыуған илебеҙ өсөн эшләй алған барлыҡ яҡшы, изге эштәр өсөн әсәйҙәргә рәхмәт әйтәбеҙ! – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Белеүебеҙсә, сара 2014 йылдан бирле уҙғарыла. Быйыл – алтынсыһы, ул Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола, географияһы ла киңәйгән: Башҡортостандың район-ҡалаларынан тыш, Татарстандан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан һәм башҡа төбәктәрҙән гүзәл заттар ҡатнашҡан.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурсҡа килгән 500-ҙән ашыу ғаризаның 150-һе финалда ҡатнашты. Сараға Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр, үҙ эшенең оҫталары килгән. Быйыл иң йәш ҡатнашыусыға – 18, ә иң олоһона – 93 йәш.

Гүзәл заттар ун номинация буйынса билдәләнде: “Ҡатын-ҡыҙ – әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер”, “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә”, “Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы”, “Ҡатын-ҡыҙ - бизнес-леди”, “Ҡатын-ҡыҙ – һөнәр оҫтаһы”, “Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө”, “Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре”, “Йәш йәмәғәт эшмәкәре”, “Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ”. Әйткәндәй, һәр номинацияла өсәр ҡатын-ҡыҙ бүләкләнде.

Сарала ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемселәре Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының иң юғары наградаһы менән республиканан һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән, БДБ илдәренән 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо награда менән бүләкләнгән. Бөгөнгө сарала ла 15-ләгән ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булды.

Бүләкләү тантанаһы йыр-бейеү менән аралаштырып алып барылды, гүзәл заттарыбыҙ республикала билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, артистарының сығышын ҡарап кинәнде. Ә инде сара билдәле сәсәниә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалиә Солтангәрәева башҡарыуындағы ҡобайыр менән тамамланды.

Конкурс “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы буйынса уҙғарыла.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы тураһында тулы мәҡәләне “Башҡортостан” гәзитендә уҡырһығыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ғаилә усағын һаҡлаусы ла, рухиәтебеҙҙе яҡлаусы ла – әсә
Ғаилә усағын һаҡлаусы ла, рухиәтебеҙҙе яҡлаусы ла – әсә
Автор:
Читайте нас: