Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
16 Декабрь 2021, 10:11

“Биш балам — биш шатлығым”

Борай районы Бикйән ауылында йәшәүсе Әнфисә Килмәтова яҙмышына рәхмәтле

“Биш балам — биш шатлығым”
“Биш балам — биш шатлығым”

Әнфисә Григорьевна сығышы менән Алтаю ауылынан. Тыуған ауылында туғыҙ класс белем алғандан һуң, Борай мәктәбендә уҡый, һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы-кондитер белгеслеген алып сыға.
— Мин һәр саҡ ҙур, татыу ғаиләм булһын, тип хыялландым. Һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән өләсәйем минең өсөн һәр ваҡыт өлгө булды. Күп балалы әсә булыу — ҙур бәхет. Балаларым — минең тормошом, — тип һөйләй хужабикә.
Әнфисәнең хыялы тормошҡа аша: уның да ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Ире Динар — төҙөүсе. Бурсанан өйҙәр һалыу менән шөғөлләнә, евроремонт оҫтаһы ла ул. Динар ҡатыны, балалары тип өҙөлөп тора, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ҡышын ул улы һәм ҡыҙҙары өсөн ихаталарында ҡарҙан тау, береһенән-береһе гүзәлерәк әкиәт геройҙары һындарын да эшләп ҡуя, йәйен балаларға уйнар өсөн бәүелсәк, спорт ҡоролмалары булған майҙансыҡ йыһазлаған.
— Тормош иптәшем бик итәғәтле, бала йәнле атай. Ул яҡшы булмаһа, биш бала алып ҡайтмаҫ та инем, балаларҙы бик ярата, — тип шатлығы менән уртаҡлаша Әнфисә.
Күп бала тәрбиәләү айырыуса ҙур көс һәм сабырлыҡ талап итә. Килмәтовтар ғаиләһендә лә иң күп ауырлыҡ әсә елкәһенә төшәлер.
— Минеңсә, тәрбиә күберәк әсә ҡулында булырға тейеш. Балаларҙы тәрбиәләгәндә шуны иҫтә тоторға кәрәк: улар бөтә нәмәлә лә беҙҙе ҡабатлай. Беҙ уларға бар яҡлап өлгө, — ти ул.
Хәҙерге ваҡытта бәхетле әсәнең өлкән ҡыҙы Вилена алтынсы класта уҡый, икенсе йыл инде халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә, бассейнға йөҙөүгә йөрөй. Улдары Раил — дүртенсе класс уҡыусыһы, спортсы. Ирекле көрәш түңәрәгенә йөрөп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Күптән түгел Пермь крайында үткән ярыштарҙа 3-сө урын яулаған. 1-се кластан йөҙөүгә йөрөй, бында ла һынатмай үҙен Раил, район, төбәк ярыштарында 1-се-2-се урындарҙан ҡалмай. Рианнаға биш йәш. Бейеүгә ғашиҡ ҡыҙыҡай апаһы өлгөһөндә район Мәҙәниәт йортондағы халыҡ бейеүҙәре түңәрәгендә шөғөлләнә. Тырыш ҡыҙ мәктәпкә барырға әҙерләнә, йәшенә ҡарата белемле, инде уҡый, һанай белә. Бәләкәстәре Ангелина менән Йәсминә балалар баҡсаһына йөрөй, уйнарға, һүрәт төшөрөргә ярата.
Әнфисә Григорьевна — хужабикә. Мал ҡарап, бихисап ҡош-ҡорт аҫрап, донъяларын гөл итеп тота. Ҡатын-ҡыҙ эшен генә түгел, ир-егеттәр һөнәрҙәрен дә белә ул: кәрәк икән болгарка, сүкеш тота, мотоблок менән идара итә, машинала йөрөй, “Дружба” менән утын киҫә.Ҡышҡылыҡҡа 100-ҙән ашыу банка компот, төрлө салаттар, ҡайнатмалар яһай уңған хужабикә. Ғаиләлә һәр кемдең үҙ вазифаһы бар. Өй йыйыштырыу, баҡсаға ултыртылған йәшелсә, еләк-емештәргә һыу һибеү, сүп утау, уңышты йыйып алыу, туғандарын ҡарашыу — былар барыһы ла балаларға йөкләтелгән. Ҡыҙҙар һауыт-һаба йыуа, өй йыйыштырырға булыша. Раил инде күберәге атаһы янында ҡайнай.
Хеҙмәт һөйөүсән, татыу һәм ярҙамсыл был ғаиләне ауылда яраталар, хөрмәт итәләр. Уҙған йыл биш бала әсәһе Әнфисә Килмәтоваға “Әсә даны” миҙалы тапшырылды. Бөгөнгө көнгә, яҙмышына рәхмәтле ул.
— Ғаиләбеҙ ишле булды, беҙгә ғүмер бүләк итеп, кеше араһында кәм-хур итмәйенсә аяҡҡа баҫтырғаны өсөн, иң беренсе сиратта, әсәйем Соня Ивановнаға сикһеҙ рәхмәтлемен. Уның тәрбиәһендә көслө, ауырлыҡтар алдында баш эймәй торған, күп балалы әсәй булыуыма һөйөнөп йәшәйем. Ҡәйнәм Фәридә Сабир ҡыҙы ла һәр ваҡыт аҡыллы, зирәк һәм сабыр булды, уға ла минең бәхетемә ышаныслы ул үҫтергәне өсөн ҙур рәхмәтемде әйткем килә, — ти Әнфисә Килмәтова.


Зәһинә Ибатуллина.

“Биш балам — биш шатлығым”
“Биш балам — биш шатлығым”
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: