Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
16 Декабрь 2021, 10:04

“Ғаилә нуры — балаларҙа”

Лилиә һәм Олег Ғәлимйәновтар өс улға ғүмер биргән

“Ғаилә нуры — балаларҙа”
“Ғаилә нуры — балаларҙа”

Һәр ғаиләнең үҙ тарихы бар. Шуныһы ҡыуаныслы, районда балаларына йөрәк йылыһын, аҡыллы тәрбиәһен биреп, үҙ көстәре менән йорт-ҡура ҡороп, матур донъя булдырып, гөрләтеп йәшәгән өлгөлө ғаиләләр күп. Шундайҙарҙың береһе — Ғәлимйәновтар.

Лилиә Ҡайым ҡыҙы — Асҡын районы Баҙансат ауылынан. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, Чернушка ҡалаһында лицейҙа уҡып, һатыусы, кассир-контролер һөнәрҙәренә эйә була. Сит ерҙәрҙән бәхет эҙләргә уйламаған ҡыҙ тыуған ауылына ҡайтып, ашнаҡсы булып эшкә урынлаша. Яҙмышы ла шунда көтөп тора уны: үҙ эштәре менән Асҡынға барған Балтас егете Олег Ғәлимйәнов менән Баҙансатта танышалар. Йәштәр 1997 йылда ғаилә ҡора, киләһе йылда көмөш туйҙарын билдәләргә йыйыналар. Сирек быуат ғаилә тормошо гел еңелдән генә булмаһа ла, Ғәлимйәновтар ауырлыҡтарҙы бергәләп еңә алыуы, ҡуйған маҡсаттарына берҙәм ирешеүе менән бәхетле. Ғаилә башлығы Олег Рәзиф улы Балтас һөнәрселек-техник училищеһын тамамлап, механизатор һөнәрен алған, бер тиҫтә йыл дауамында тыуған районы баҫыуҙарында иген иккән алдынғы комбайнсы. Ни хәл итәһең, илдәге үҙгәрештәр ураҡ батырын 2004 йылда лайыҡлы эш һәм хеҙмәт хаҡы эҙләп Себер тарафтарына сығып китергә мәжбүр итә. Ул ваҡытта ғаилә өсөн был бик ауыр ҡарар булһа ла, бөгөн инде һис үкенерлек түгел: бер аҙ водитель булып эшләгәндән һуң Олег Рәзиф улы экскаваторсы һөнәрен үҙләштерә һәм уңышлы хеҙмәт һала, эш урынында уны хөрмәт итәләр. “Олегтың атаһы Рәзиф Ғәлимйәнов Балтас “Сельхозтехника” ойошмаһында оҙаҡ йылдар машинист-экскаваторсы булып эшләгән, гел маҡтаулы булған, хеҙмәт уңыштары өсөн БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Балтаста уның исемен һәр ваҡыт ихтирам менән телгә алалар. Олег атаһының хеҙмәт юлын лайыҡлы дауам итте. Бөгөн инде хеҙмәт династияһының өс быуыны бар, тип ғорурланып әйтә алабыҙ”, — ти Лилиә Ҡайым ҡыҙы. Ысынлап та, Лилиә менән Олегтың өлкән улдары Марсель Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, экскаваторсы һөнәрен үҙләштергән һәм атаһы менән бергә эшләп йөрөй.
Ғәлимйәновтар 2015 йылда Иҫке Балтас ауылында яңы өй төҙөп сыға, төҙөлөш эштәре әле булһа дауам итә. “Олегтың ҡулдары бар эшкә лә оҫта, белгәнен улдарына өйрәтә, барыһын да бергәләп башҡарабыҙ. Икенсе улыбыҙ Русланға 17 йәш, ул йорттағы бар эште лә белә”, — ти әсә кеше.
Руслан — үҙенсәлекле бала. Мәктәптә уҡыу уға ауыр бирелә, әммә әсәһе уны иҫәп-хисапҡа, хужалыҡ эштәрен башҡарырға өйрәтеп үҫтерә. “Йыл һайын Балтас реабилитация үҙәгендә дауаланабыҙ, ундағы хеҙмәткәрҙәр тәрән белемле, бик иғтибарлы. Руслан “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексына теләп йөрөй, йөҙөү буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Өйҙә минең алыштырғыһыҙ ярҙамсы ул”, — ти Лилиә Ҡайым ҡыҙы. Шулай булыуы шикһеҙ.
Ғәлимйәновтарҙың өсөнсө улы Рафаэль быйыл 1-се класҡа уҡырға барған. Лилиә үҙе яңы урынға һатыусы булып эшкә урынлашып йөрөй. Аталы-уллы Ғәлимйәновтарҙың Себергә эшкә барырға ваҡыты еткән. Әлбиттә, йорттағы бар мәшәҡәттәр Руслан өҫтөндә ҡала. “Мал ҡарайбыҙ, әлегә ҡәҙәр йыл һайын күпләп ҡаҙ үҫтерҙек. Бергәләп тәмле-тәмле ризыҡтар әҙерләйбеҙ. Улдарым бар эшкә лә оҫта, үҙҙәре өйрәнеп, миңә ярҙам итеп үҫә. Ғаиләбеҙҙең нуры — балаларҙа!” — ти уңған хужабикә.
Эйе, һәр ғаиләнең үҙ тарихы. Иң мөһиме, һәр тарихтың нәҫел өсөн ғорурланырлыҡ, өлгөлө булыуы. Ғәлимйәновтарҙың матур ғаилә тарихы кеүек.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

“Ғаилә нуры — балаларҙа”
“Ғаилә нуры — балаларҙа”
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: