Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
28 Ноябрь 2021, 09:00

Тормош мәғәнәһе – балаларҙа

Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Ирина һәм Әлфир Рәхимовтар һигеҙ бала тәрбиәләй

Тормош мәғәнәһе – балаларҙа
Тормош мәғәнәһе – балаларҙа

Ирина Әҙип ҡыҙы 1965 йылда Оло Шаҙы ауылында Сталия һәм Әҙип Шәриповтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Уның ике ҡустыһы ла була. Әсәһе Сталия — Борай районы Фрунзе ауылы ҡыҙы, атаһы Әҙип Оло Шаҙы ауылы уҙаманы була. Атаһының баҡыйлыҡҡа күскәненә инде 10 йыл тулған, Сталия апай иҫән, 80 йәштә.
— Мәктәптә беҙ татар телен уҡыһаҡ та, мин башҡорт телендә китаптар уҡырға яраттым. Ауыл китапханаһынан һәр ваҡыт башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен ала инем. Китапҡа һөйөү атайымдан күскәндер, ул бик уҡырға ярата ине. Әле лә ваҡыт булғанда гәзит-журналдар уҡыйым, — тип Ирина апай мәктәп йылдарын иҫкә алды.
Ирина Әҙип ҡыҙы Оло Шаҙы мәктәбен уңышлы тамамлап, Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. Артабан һайлаған һөнәре буйынса ике йыл Нефтекама ҡалаһында эшләй.
1994 йылда Оло Шаҙы ауылы егете Әлфир Рәхимов менән сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡора. Рәхимовтар тормоштоң һәр һынауын да, ҡайғы-шатлығын да бергә күтәреп, иңде-иңгә терәп, һигеҙ бала тәрбиәләй. Үҙҙәренең биш балаһы янына бер туған ҡустыһының өс кес кенә балаһын да тәрбиәгә алып, уларға ата-әсә наҙын, һөйөүен бирәләр.
— Ғаиләбеҙ ҙур, Аллаға шөкөр. Балалар инде ҡул араһына инде, бар эштә лә ярҙам итә. Ҡустымдың яҙмышы аяныслыраҡ булды, сабыйҙарын балалар йортона ебәрмәҫ өсөн, үҙебеҙгә алдыҡ. Тормош иптәшем дә мине аңлап, шул ваҡытта ҡаршы килмәне, шуға ла сикһеҙ рәхмәтлемен уға. Балаларҙы бер ваҡытта ла айырманыҡ, үҙебеҙҙекеләр булды. Улар ҙа хәҙер “атай-әсәй” тип өҙөлөп тора, — ти Ирина Әҙип ҡыҙы.
Ғаилә ҙур булғас, мал-тыуарҙы күпләп тота Рәхимовтар. Уңған хужаларҙың аҙбарында алты һыйыр, һигеҙ башмаҡ, 20 һарыҡ. Йәй көнө ҡош-ҡорт тоталар, быйыл 50 себеш алып ҡарағандар. Шулай уҡ ике баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Йәй бергәләп бесән эшләйҙәр, емеш-еләк йыялар. Алынған уңыштан хужабикә ҡышҡылыҡҡа салаттар эшләй, тоҙлай. Өҫтәлдәрендәге май, һөт, ҡаймаҡ, ит үҙҙәренең хеҙмәте менән табылған. Йүнсел хужа баҫыуҙан, урмандан ҡайтып инмәй. Мал-тыуар ҡарап, уларҙы һимертеп, иткә тапшыра, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, өҫтәлең һыйлы, тулы булһын тиһәң, ауыл ерендә иртә таңдан ҡара кискә тиклем эшләргә кәрәк.
Әлеге ваҡытта ҡыҙҙары Лилиә менән Розалина үҙҙәре ғаилә ҡороп, әсәй булған, балалар үҫтерә. Ирина апай менән Әлфир ағайҙың дүрт ейән-ейәнсәре бар. Ял көндәрендә улар өләсәй-олатай йортона ҡайта һәм өй эсе балаларҙың шат тауышына күмелә. Ошо үҙе ҙур бәхет түгелме һуң?
Үҙ көстәре менән донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән Ирина һәм Әлфир Рәхимовтар ғаиләһенә һоҡланмайынса мөмкин түгел.
— Бала үҫтереү күп көс талап итә, әлбиттә. Әммә уларһыҙ донъя йәмһеҙ, тормош мәғәнәһе – балаларҙа. Тәүфиҡлы, һау-сәләмәт булһындар, — ти бәхетле әсә.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Тормош мәғәнәһе – балаларҙа
Тормош мәғәнәһе – балаларҙа
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: