Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
1 Октябрь 2021, 09:15

Лайыҡлы ғүмер юлы үткәндәр

Балтас районы Иштирәк ауылында йәшәүсе Рәүфәт Тәкиулла улы һәм Фәүзиә Хажиулла ҡыҙы Ғарифуллиндар — ауылдың иң оло кешеләре. Улар йәштәргә матур өлгө күрһәтеп, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, лайыҡлы ғүмер кисергән.

Лайыҡлы ғүмер юлы үткәндәр
Лайыҡлы ғүмер юлы үткәндәр

 

Улар икеһе лә һуғыш осоро балалары. Рәүфәт ағай — 1935 йылдың 1 ноябрендә, Фәүзиә апай ошо йылдың 15 октябрендә тыуған. Һуғыш башланған ваҡытты икеһе лә асыҡ хәтерләй. Ғарифуллиндарҙың бала сағы ла, йәшлеге лә бик ауыр заманаға тура килә. Улар 1962 йылдың 5 декабрендә ғаилә ҡора. Бына инде 58 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу ғүмер итәләр. Рәүфәт ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы бер көн ҡалдырмай колхозда механизатор, фермала малсы булып эшләһә, Фәүзиә апай башта фермала һыйыр һауа, унан мәктәптә йыйыштырыусы булып хеҙмәт һала.

Улар биш балаға ғүмер бүләк итә, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәзиздәренең икеһе бик иртә мәрхүм була.  Өс баланы тәрбиәләп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтыралар. Әлеге көндә ҡыҙҙары ғаиләле, ситтә йәшәйҙәр, ә улдары Зөлфәт ата-әсәһе менән бергә ауылда тормош көтә. Балалары гел ҡайтып ярҙам итеп тора, дүрт ейән-ейәнсәр ҙә олатай-өләсәйҙәрен уңыштары менән ҡыуандыра.

Ғарифуллиндар донъяның асыһын-сөсөһөн күп күрһә лә, тормошто яратып, асыҡ йөҙлө, изге күңелле, көслө рухлы булып ғүмер итә. Йәшәйештәре матур, йорт-тирәләре ялт итеп тора. Рәүфәт ағай бар эшкә лә уңған, етеҙ, Фәүзиә апайға өй эштәрендә булыша, кәрәк икән, ашын да, икмәген дә бешерә. Ғаилә башлығы ауыл активисы ла. Иштирәктә ниндәй генә эш башҡарылһа ла, өмәләрҙә, мәсет, зыярат тирәһен тәртипкә килтереүҙә, бер ҡасан да ситтә ҡалмай, кәрәк булһа, балтаһын да, көрәген дә, салғыһын да тота. Ауылда үткәрелгән байрамдарҙа ла улар әүҙем ҡатнаша. Фәүзиә апай оҙаҡ йылдар “Серҙәш” фольклор ансамбле ағзаһы булып торҙо.

Рәүфәт Тәкиулла улы һәм Фәүзиә Хажиулла ҡыҙын ауылдаштары хөрмәт итә. Улар йәштәргә матур өлгө күрһәтеп йәшәй.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Читайте нас: