Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
3 Август 2021, 10:20

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу – киләсәкте ҡайғыртыу ул

“Халыҡ был кампанияның мөһимлеген аңлап, һорауҙарға ихлас яуап бирә”, — ти 13-сө участкала иҫәп алыусы Илшат  Мөфтәхетдинов.

Ауыл хужалығы иҫәбен  алыу – киләсәкте ҡайғыртыу ул
Ауыл хужалығы иҫәбен алыу – киләсәкте ҡайғыртыу ул

 

13-сө иҫәп алыу участкаһына Иҫке Ҡаҙансы ауыл  биләмәһенә ҡараған   Иҫке Ҡаҙансы, Урманкүл, Башҡортостан, Әлйәгеш, Михайловка,  Иҫке, Яңы, Рус Ҡараһы ауылдары инә. Бирелә  иҫәп алыусы Илшат  Масһар улы Мөфтәхетдинов  бындай кампанияла икенсе тапҡыр эшләй.  Шуға ла иҫәп алыуҙың нескәлектәрен белеп, ҙур яуаплылыҡ һәм дәрт менән эш башлаған.

- Ике көндә Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы 48 хужалыҡта булып, тейешле мәғлүмәтте тупланым. Халыҡ был кампанияның мөһимлеген аңлап, һорауҙарға ихлас яуап бирә.  Әле бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға осраманым. Ауыл хужалығы иҫәбен алыу һорауҙары буйынса вәкәләтле вәкил Әнзирә Кашапова менән беҙҙең төбәктең инструкторы Наҙгөл Ғәниева килеп, иҫәп алыусылар менән осрашып, булған һорауҙарыбыҙҙы  урында хәл итергә ярҙам итте, кәңәштәрен бирҙе, — ти  үҙ эшенә яуаплы ҡараусы Илшат Масһар улы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  һуңғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу 2016 йылда үткәйне.  2021 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың маҡсаты - тармаҡтағы структур үҙгәрештәр тураһында рәсми мәғлүмәт алыу, етештереүселәрҙең категорияларына бәйле белешмә туплау, өлкәләге үҫеште күҙаллау.

Был мәғлүмәттәр нимә өсөн кәрәк һәм ҡайҙа файҙаланыласаҡ, тигән һорау тыуа. Ҡыҫҡаса әйткәндә, микроиҫәп алыу киләһе йылдарға ауыл хужалығы тауарҙарын иҫәпләү, илдең аграр секторындағы хәлгә һөҙөмтә сығарыу һәм артабан үҫеш перспективаларын планлаштырыу өсөн кәрәк.

108-се Федераль закондың 12-се статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, иҫәп ҡағыҙҙарында һәм –  электрон документтарҙа һаҡланған микроиҫәп объекттары тураһындағы мәғлүмәттәр ҡулланыу өсөн сикләнгән документ булып тора, улар күрһәтелмәй (таратылмай), бары тейешле дәүләт мәғлүмәт системаларын булдырыу өсөн генә файҙаланыла.

Асҡын районында ауыл хужалығы микроиҫәбен алыуға  дүрт инструктор һәм 21 иҫәп алыусы  йәлеп ителде.

 Наилә Имаева.

 

Ауыл хужалығы иҫәбен  алыу – киләсәкте ҡайғыртыу ул
Ауыл хужалығы иҫәбен алыу – киләсәкте ҡайғыртыу ул
Читайте нас: