Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
31 Октябрь , 14:30

Спортсылар йәнә һөйөндөрҙө

Өфөлә үткән каратэ (киокусинкай) буйынса республика беренселеге Өфө, Октябрьский, Салауат, Ырымбур, Бөрө ҡалаларынан, Мишкә, Борай, Балтас райондарынан 300-ҙән артыҡ йәш спортсыны бер майҙанға йыйҙы.

Спортсылар йәнә һөйөндөрҙө
Спортсылар йәнә һөйөндөрҙө

Юғары дәрәжәлә үткән турнирҙан республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй бәйгеләре еңеүселәре булараҡ үҙҙәрен танытҡан тренер Евгений Андреев етәкселегендәге “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре лә ситтә ҡалманы. Районыбыҙ спортсылары барлыҡ дисциплиналарҙа ла уңышлы сығыш яһап, йәнә бихисап еңеүҙәр менән ҡайтты.
“Ката” буйынса төркөмдәр араһында Алина Сафина, Элина Сафина — 1-се, Рияз Вәлиев, Марат Борханов һәм Рәнис Камилйәнов 3-сө урын яуланы. Әлеге дисциплинаның шәхси иҫәбендә балтастар еңеүселәр исемлегендә. Алина Сафина йәнә 1-се урынға лайыҡ булды. Камила Шакирова — 2-се, Рияз Вәлиев һәм Элина Сафина — 3-сө урында.
“Кумитэ” дисциплинаһында балтастарҙың уңыштары байтаҡ. Алина Сафина, Тамерлан Мусин — алтын миҙал эйәләре. Камила Шакирова, Рияз Вәлиев, Марат Борханов көмөш миҙал яуланы. Арыслан Солтанов, Раил Камилйәнов, Рәнис Камилйәнов пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде. Имиль Мулләхмәтов лайыҡлы сығыш яһап, 4-се урынға сыҡты.
Яңы уҡыу йылы, яңы спорт миҙгеле башланды ғына. Ә Балтас спортсылары бына инде өсөнсө турнирҙа уңышлы сығыш яһай.
Был еңеүҙәрҙә тренер Евгений Андреевтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның етәкселегендә йәш спортсылар көндән-көн үҫә, яңы үрҙәр яулай.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас раойны.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: